Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Республика һулышы
2 Октябрь 2025, 10:45

Башҡортостандың 11 районында ғәҙәттән тыш хәл режимы иғлан ителде

Ошо муниципалитеттарҙа эшләгән агросәнәғәт комплексы предприятиеларына ярҙам алырға мөмкин.

Башҡортостандың 11 районында ғәҙәттән тыш хәл режимы иғлан ителдеБашҡортостандың 11 районында ғәҙәттән тыш хәл режимы иғлан ителде
Башҡортостандың 11 районында ғәҙәттән тыш хәл режимы иғлан ителде

Республика Башлығы бойороғо менән Башҡортостандың 11 районында (Бөрө, Благовар, Благовещен, Иглин, Илеш, Ҡалтасы, Ҡыйғы, Краснокама, Мишкә, Тәтешле һәм Шишмә) ғәҙәттән тш хәл режимы индерелде.

8 августан 15 сентябргә тиклем тупраҡтың артыҡ дымланыуы сәбәпле сәсеүлектәрҙең һәләк булыуы теркәлгән.

Был райондарҙың агросәнәғәт комплексы предприятиелары етәкселәре 8 октябргә тиклем республиканың ауыл хужалығы министрлығына килтерелгән зыянды һәм уларҙы үҫтереү өсөн тотонолған сығымдарҙы дәлилләгән документтар тапшыра ала.

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығының 29 сентябргә ҡарата мәғлүмәттәре буйынса, иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары майҙандарының 89% сабылған, 3,44 миллион тоннаһы һуғылған.

 

Башинформ.

Автор:
Читайте нас