Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Республика һулышы
2 Октябрь 2025, 11:32

Беларусь менән Башҡортостан уртаҡ инвестиция проектын үҫтерергә килеште

Кластерҙар бер үк ваҡытта «Алға» махсус иҡтисади зонаһында (Башҡортостан) һәм «Минск» ирекле иҡтисади зонаһында урынлашасаҡ.

Беларусь менән Башҡортостан уртаҡ инвестиция проектын үҫтерергә килештеБеларусь менән Башҡортостан уртаҡ инвестиция проектын үҫтерергә килеште
Беларусь менән Башҡортостан уртаҡ инвестиция проектын үҫтерергә килеште

«Иннопром. Беларусь» форумында Башҡортостан Республикаһы һәм Беларусь Рәсәй-Белоруссия инвестиция кластеры сиктәрендә үҙ-ара эш итеү буйынса ниәттәр тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә республика хөкүмәте.

Яңы кластерҙарҙы инвесторҙарға ярҙам сараларының уникаль комплексын ҡулланып «Алға» һәм «Минск» иҡтисади зоналарында урынлаштырыу планлаштырыла.

Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы етәксеһе Наил Ғәббәсов билдәләүенсә, резидентлыҡ менән ҡыҙыҡһынған предприятиелар бар.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ике республика араһында бер нисә берлектәге проект тормошҡа ашырылған (ауыл хужалығы техникаһы, ҡала транспорты производстволарын булдырыу). Августа Өфөлә «Белорус машиналары» мультибрендлы производство-сервис үҙәге асылды, тип хәбәр иткәйне «Башинформ».

Яңы проект махсус шарттар: һалым льготалары, инфраструктура өҫтөнлөктәре һәм башҡа инвесторҙарҙы дәртләндереү саралары ярҙамында төбәктәрҙең үҙ-ара эш итеүен әүҙемләштерергә мөмкинлек бирәсәк, тип өҫтәнеләр Үҫеш корпорацияһында.

 

Башинформ.

Автор:
Читайте нас