Ашҡаҙар
+20 °С
Облачно
Республика һулышы
22 Октября 2025, 04:00

Башҡортостанда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары билдәле булды

Был турала республика хөкүмәтенең бойороғо баҫылып сыҡты.

Башҡортостанда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары билдәле булдыБашҡортостанда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары билдәле булды
Башҡортостанда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары билдәле булды

2025 йылда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһы лауреаттарының исемдәре билдәле булды.

Бына улар:

«Салауат ерендә» гәзитенең баш мөхәррире урынбаҫары Шамил Әхмәтшин – Салауат районының билдәле кешеләре тураһында очерктар һәм мәҡәләләр серияһы өсөн.

«Йәшлек» гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков — «Бельские просторы» журналында баҫылған «Өфө — Донбасс: беҙгә был юлдарҙы оноторға ярамай» юлъяҙмалары өсөн.

«Юлдаш» радиоканалы коллективы (Гүзәл Зарипова, Гүзәл Ситдиҡова, Илнар Әхмәтгәрәев) — «Күперҙәр» ижтимағи-сәйәси проекты өсөн.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, конкурсҡа журналистарҙың замандаштарыбыҙҙың образдары, милли мәҙәниәттәр байлығы һәм халыҡтар дуҫлығы темаһы, йәмғиәттәге тыныслыҡ һәм татыулыҡ, Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләре сағылдырылған материалдары ҡабул ителде.

 

Башинформ.

Автор:
Читайте нас