

Шарттар булғанға туристар арта
Биш йыл элек кенә төбәктә туризмды үҫтереүгә бәйле хәл киҫкен торҙо. Барыһы ла инфраструктура етмәүгә ҡайтып ҡалды: уңайлыҡтарҙан файҙаланып өйрәнгән бөгөнгө сәйәхәтселәр ҡырағай ялға өҫтөнлөк бирмәй.
Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан һәр саҡ тәбиғәтенең матурлығы, урындағы халыҡтың ҡунаҡсыллығы менән хайран ҡалдырҙы һәм үҙенә йәлеп итте. Тармаҡҡа дәүләт ярҙамы, туристар ағымын әүҙемләштерә алырлыҡ этәргес кәрәк ине. Республика Башлығы вазифаһында эшләй башлағандың тәүге йылында уҡ Радий Хәбиров туризм менән шөғөлләнгән компаниялар өсөн гранттар, субсидиялар, һалым льготалары һәм административ ташламалар системаһын әҙерләргә ҡушты.
– Беҙ – үҙенсәлекле туристик мөмкинлектәргә эйә төбәк, ләкин ҡалғаны – инфраструктура, мәғлүмәт еткереү һәм башҡалар уға тап килмәй, – тине Башлыҡ. – Беҙҙә ысынлап та якорь нөктәләре бар, ләкин уларҙы үҫтереү өсөн ваҡыт кәрәк. Бер үк ваҡытта булғанын йөкмәтке яғынан байытыу зарур. Минеңсә, ул аҙағынаса эшләнеп еткерелмәгән әле. Был йәһәттән фекеребеҙ уртаҡ: беҙҙәге кеүек юғары потенциалды файҙаланмау гонаһ булыр.
Яйлап хәлдәр яҡшы яҡҡа үҙгәрә башланы. Эшҡыуарҙар глэмпингтар төҙөүгә әүҙем тотондо. Улар – «ҡырағай», әммә иҫ киткес матур урындарҙа төҙөлгән, бөтә уңайлыҡтары булған ҙур булмаған йорттар. Был йүнәлештәге төҙөлөш сығымдарының бер өлөшөн дәүләт ҡаплай. Һуңғы биш йылда Башҡортостанда глэмпингтар һаны 24 тапҡырға артҡан. Әгәр 2020 йылда республикала ошондай ял итеү урындары бишәү булһа, хәҙер – 120. Улар араһынан 110 объект туристарҙы йыл әйләнәһенә ҡабул итә (глэмпингтар исемлеген Башҡортостандың Туризм минис-трлығы сайтында ҡарарға мөмкин).
Уңайлы йәшәү урындары, юлдар, юл яны комплекстары барлыҡҡа килгәс, Башҡортостанға туристар ағымы арта башланы. Йыл һайын был күрһәткес 20-25 процентҡа күбәйә. БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығында иҫәпләүҙәренсә, былтыр республикаға 2,3 миллиондан ашыу ҡунаҡ килгән.
Тәүҙә пандемияға, һуңынан махсус хәрби операция осоронда киҫкен мәсьәләләрҙе хәл итеүгә финанслауҙы ҡайтанан бүлеүгә бәйле ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, туризм йүнәлеше республика өсөн өҫтөнлөклөләрҙең береһе булып ҡала.
«Башҡортостандың алтын ҡулсаһы»на инвестициялар
Төбәк буйлап сәйәхәт итеүҙе уңайлы итеү өсөн Башҡортостанда юл буйы сервисын үҫтерә башланылар. Эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамы – һалым льготалары, ерҙе отошло шарттарҙа ҡуртымға алыу арҡаһында беҙҙең юлдарҙа кафе, магазиндар, дарыуханалар, юл буйы комплекстары барлыҡҡа килә. Әйткәндәй, Башҡортостандың был йүнәлештәге тәжрибәһе бөгөн бөтә илгә таратыла. Рәсәй Хөкүмәте премьер-министры Михаил Мишустин Башҡортостандағы инвесторҙарға ярҙам сараларын «алға китешкән» тип атаны һәм беҙҙән өлгө алырға кәңәш итте.
Яғыулыҡ станциялары, уңайлы туҡталыштар булыуы автотуристарҙы йәлеп итә. Ошо көндәрҙә «Башҡортостандың алтын ҡулсаһы» автомобиль маршруты Рәсәйҙең тәүге ун пилот турмаршруты иҫәбенә инеүе билдәле булды, уны Яндекс.Картаға индерҙеләр. Йәғни автомобилдә сәйәхәт иткән һәм Башҡортостандың иҫтәлекле урындарын күрергә теләгән һәр кеше Яндекс.Картала маршрут һайлай һәм навигатор уны «Республиканың алтын ҡулсаһы» буйлап йөрөтә. Юлдың оҙонлоғо мең километрға яҡын һәм уртаса өс көн дауам итә. Туристар Зәңгәркүлде, Торатауҙы, Воскресенск ауылын, Мораҙым тарлауығын, Шүлгәнташты, Талҡаҫ күлен, Ғәҙелша шарлауығын, Ҡыраҡа һыртын, Әрүәк-Рәз, Еләкле тауҙарын, Бәләкәй Ямантауҙы, Шәреташ ҡаяларын, Инйәр йылғаһын, Асҡын мәмерйәһен, Атыш шарлауығын күрә аласаҡ.
Проект әлеге маршрут буйынса инфраструктураны артабан үҫтерергә мөмкинлек бирәсәк. Был маҡсатҡа федераль үҙәк 60 миллион һум аҡса бүлә. Юл буйындағы комплекстарҙа эшҡыуарҙар туристик ҡорамалдар прокаты ойоштора, әсә һәм бала бүлмәләрен йыһазландыра, душ кабиналары ҡуя ала. Автомобиль юлдары буйлап урындағы фермерҙар һәм баҡсасылар өсөн сауҙа урындары, кемпингтар, машиналар ҡуйыу урындары, спорт майҙансыҡтары һәм башҡалар барлыҡҡа киләсәк.
Турагентлыҡтарға ярҙам
Башҡортостандың гүзәллеге, та- рихы һәм күп төрлөлөгө төбәктән ситтә йәшәүселәргә генә түгел, республика халҡына ла ҡыҙыҡлы. Ауыл халҡының күбеһе төрлө ҡалаларға һирәк йөрөй, ә Өфөлә тыуып үҫкән ҡайһы берәүҙәр, мәҫәлән, Урал аръяғында булғаны юҡ. Шуға күрә өлкәндәр өсөн булдырылған «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» туристик программаһы хәҙер бик популяр. Пенсия йәшендәге кешеләрҙең үҙенең тыуған төйәген өйрәнеүгә ваҡыты барлыҡҡа килә. Быйыл проектта һигеҙ меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Уларҙың йәшен һәм ҡыҙыҡһыныуын иҫәпкә алып, туроператорҙар махсус рәүештә 63 экскурсия туры әҙерләгән, шулай уҡ уңайлы автобустар тәҡдим итә.
Сәйәхәтселәр Башҡортостандың төп иҫтәлекле урындарында (Торатау, Асылыкүл, Күсмә цивилизациялар музейы, Верхотор ауылының баҡыр иретеү заводы, Өфөнөң иҫтәлекле урындары) булыуҙан тыш, ҙур сараларҙа, мәҫәлән, «Салауат йыйыны» һәм «Башҡорт аты» фольклор байрамдарында, «Китап байрамы» китап-йәрминкәһендә, «Сауҙагәр 2.0» ҡунаҡсыллыҡ фестивалендә, «Петр һәм Феврония ҡурсыуындағы Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө»ндә ҡатнаша.
«Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек»тән тыш, республикала мәктәп туризмы үҫешә. Уға ярашлы, 5-9-сы класс уҡыусылары өсөн 40-тан ашыу үҙенсәлекле туристик маршрут әҙерләнгән. Бындай экскурсиялар балаларға тыуған яҡтың тарихын һәм йолаларын яҡшыраҡ белергә ярҙам итә. Шулай уҡ быйыл мәктәп туризмы программаһы буйынса Башҡортостан балалары Белоруссияла булып ҡайтты. Унда улар «Хатинь», «Дан ҡурғаны» мемориаль комплекстарында, Бөйөк Ватан һуғышы тарихы музейында булды.
Туристар күберәк булһа, аҡса ла күберәк
Республиканың иҫтәлекле урын- дары инфраструктура менән ту- лыланғас та, уның эргәһендә шунда уҡ коммерция объекттары асыла, урындағы халыҡҡа эш табыу, үҙ тауарҙарын һәм хеҙмәттәрен тәҡдим итеү мөмкинлеге тыуа. Мәҫәлән, Шүлгәнташ музейы эргәһендә бик күп сувенир кибеттәре, Торатау эргәһендә кафе асылды. Әйткәндәй, сентябрь башында «Торатау» геопаркы ЮНЕСКО-ның глобаль селтәренә инеүе тураһында шатлыҡлы хәбәр килде. Был Башҡортостан геологик мираҫының әһәмиәтен донъя кимәлендә таныуҙары хаҡында һөйләй. Әйткәндәй, «Торатау» – Рәсәйҙә ЮНЕСКО-ға индерелгән икенсе геопарк. Тәүгеһе лә беҙҙең республикала урынлашҡан – «Янған- тау» геопаркы. Йәнә Бөтә донъя мираҫы исемлегендә Шүлгәнташ мәмерйәһендәге билдәле һүрәттәр бар.
– Уңайлылыҡтар булдырылған туризм объекттары республика халҡын һәм ҡунаҡтарҙы ҡыҙыҡ-һындырыу өсөн кәрәк. Шулай уҡ эшҡыуарҙарҙы туристар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуға йәлеп итеү мөһим. Был урындағы халыҡ өсөн яңы эш урындары булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Иң мөһиме – әлеге башланғыс тирә-яҡ мөхитте, археология ҡомартҡыларын, милли йолаларҙы һаҡлауға йүнәлтелгән, – ти республика Башлығы Радий Хәбиров.
Башҡортостан, Рәсәй төбәктәре араһында конкурсты уңышлы үтеп, 2025 – 2027 йылдарға туризм өлкәһендә берҙәм субсидия биреүгә еңеүселәр иҫәбенә инде. «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» милли проекты буйынса республика инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуға 735 миллион һум федераль аҡса аласаҡ.
Материалдар БР «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе sokolov.e@rbsmi.ru адресы йәки (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.