Ашҡаҙар
+20 °С
Облачно
Республика һулышы
14 Ноября 2025, 06:00

Өфө эргәһендә косметология клиникаһы төҙөлә

Бизнес-инициатива райондың «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә тикшерелде.

Өфө эргәһендә косметология клиникаһы төҙөләӨфө эргәһендә косметология клиникаһы төҙөлә
Өфө эргәһендә косметология клиникаһы төҙөлә

Эшҡыуарҙар Өфө районында ике яңы медицина учреждениеһы — тәүлек әйләнәһенә эшләгән шифахана тибындағы клиника һәм пластик хирургия клиникаһы төҙөргә теләй. Был хаҡта «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» йомғаҡтары буйынса район башлығы Николай Ельников хәбәр итте.

Шулай уҡ йәмәғәт транспорты туҡталышында юл буйы сервисын һәм сауҙа комплексын төҙөү буйынса башланғыстар ҡаралды.

Был бизнес-пландарҙың барыһы ла перспективалы һәм иҡтисади яҡтан нигеҙле. Улар урындағы халыҡҡа эш бирә һәм муниципаль бюджетҡа килем килтерә ала, тип йомғаҡ яһаны Өфө районы етәксеһе. Бынан алдараҡ бында күбекле полиэтилен етештереү буйынса инвестиция проектын ҡаранылар.

 

Башинформ.

Автор:
Читайте нас