Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Республика һулышы
19 Ноябрь 2025, 06:07

Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн яңы проект башлана

БСТ телеканалы «Матур фатир» тигән өр-яңы яңы проект әҙерләй. Тапшырыуҙың геройҙары – Өфөнән йәки Өфө районынан махсус хәрби операция яугирҙәренең «Минең атайым» видеохикәйәләр конкурсында еңгән 3 йәштән 14 йәшкә тиклемге балалары. Проектта ҡатнашыу өсөн улар атаһы хаҡында видеояҙма төшөрөп, БСТ-ға ебәрергә тейеш. Ғаризалар 28 ноябргә тиклем ҡабул ителә.

Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн яңы проект башланаБашҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн яңы проект башлана
Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн яңы проект башлана

Телеканал дирекцияһында белдереүҙәренсә, 10 еңеүсене төп бүләк — балалар бүлмәһендә ремонт көтә. Иҙәнде, түшәмде, тәҙрәне, йыһазды алмаштырыу, стенаны ремонтлау, шулай уҡ яңы ҡорғандар элеү планлаштырыла.

«Иң тәүҙә беҙҙең менән эшләргә теләк белдергән спонсорҙарға ҙур рәхмәт. Республиканың башҡа район-ҡалаларында ярҙам итергә теләүселәр булһа, киләсәктә проекттың географияһын киңәйтергә әҙербеҙ», – тип пландары менән уртаҡлашты проект етәксеһе, БСТ телеканалының баш мөхәррире Гәүһәр Батталова.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас