Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Республика һулышы
21 Ноябрь 2025, 13:20

Өфөлә мәктәпкәсә йәштәге хеҙмәткәрҙәр араһында «Йыл педагогы» конкурсы башланды

Унда ҡатнашыу өсөн 42 педагог үҙ кандидатураһын күрһәтте.    

Өфөлә мәктәпкәсә йәштәге хеҙмәткәрҙәр араһында «Йыл педагогы» конкурсы башландыӨфөлә мәктәпкәсә йәштәге хеҙмәткәрҙәр араһында «Йыл педагогы» конкурсы башланды
Өфөлә мәктәпкәсә йәштәге хеҙмәткәрҙәр араһында «Йыл педагогы» конкурсы башланды

20 ноябрҙә Өфөнөң Владимир Комаров исемендәге Балалар ижады һарайында «Башҡортостан баш ҡалаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» ҡала һөнәри конкурсын асыу тантанаһы үтте.

Дүрт йыл эсендә конкурс ярыштарында 250-гә яҡын балалар баҡсаһы педагогы ҡатнашҡан. Быйыл 42 мәктәпкәсә йәштәге хеҙмәткәр үҙ оҫталығын күрһәтә. Улар араһында – баш ҡаланың ете районынан тәрбиәселәр һәм өлкән тәрбиәселәр.

Шулай уҡ «Туған телдә уҡытылған мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» конкурсы ойошторола.

— Һәр заманда ла тәрбиәсе үҙ ғүмерен үҫеп килгән быуынды уҡытыуға һәм тәрбиәләүгә бағышлаған. Һеҙгә яратып башҡарған эшегеҙ, хәстәрлегегеҙ һәм ижадығыҙ өсөн ихлас күңелдән рәхмәт белдерәм. Еңеүҙәр һәм сағыу тәьҫораттар теләйем, — тип сәләмләне конкурста ҡатнашыусыларҙы Өфөнөң Мәғариф идаралығы начальнигы Азат Батыршин.

 

Башинформ.

Автор:
Читайте нас