Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Республика һулышы
15 Декабря 2025, 12:49

2026 йылға Башҡортостан бюджеты ниндәй була?

 Башҡортостан парламенты депутаттары беренсе уҡыуҙа төп финанс документын – киләһе йылға республика бюджетын ҡабул итте. Документ менән танышып, һеҙҙең өсөн иң ҡыҙыҡлы һәм әһәмиәтле өлөштәрен тупланыҡ.

2026 йылға Башҡортостан бюджеты ниндәй була?2026 йылға Башҡортостан бюджеты ниндәй була?
2026 йылға Башҡортостан бюджеты ниндәй була?

Кешеләр өсөн аҡса экономияламаясаҡтар

Республика Башлығы, Финанс министрлығы һәм эксперттар шунда уҡ дөрөҫөн әйтте: бюджет ҡатмарлы, ләкин баланс һаҡлана. Ҡаҙнаға килемдәр арта, әммә сығымдар ҙа, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы яҡлауға тәғәйен өлөш тә күбәйә бара.

«Әлбиттә, килемдең артыуын теркәйбеҙ. Шул уҡ ваҡытта ил һәм республика үҫешенең ҡатмарлы осоронда беҙҙең сығымдар ҙа арта. Бик күп социаль объекттар төҙөйбөҙ, уларҙың бер өлөшөн 2025 йылдың аҙағына тиклем сафҡа индерергә ниәтләйбеҙ», – тине республика Башлығы Радий Хәбиров.

Иң мөһим ҡаҙаныш – кешеләргә тигән сығымдарҙы ҡыҫҡартыу булмаясаҡ! Республика үҙ өҫтөнә алған бөтә социаль йөкләмәләр үтәләсәк, бының өсөн аҡса бар. 337 миллиард һумдың 164 миллиарды – бюджет хеҙмәткәрҙәренә: табиптарға, уҡытыусыларға, тәрбиәселәргә һәм башҡаларға эш хаҡы. Унан да бигерәк, 2026 йылда бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы 20 процентҡа арта.

Башҡортостан Республикаһының фи­нанс министры вазифаһын башҡарыусы Светлана Малинская әйтеүенсә, ҡатмарлы социаль-иҡтисади шарттарға ҡарамаҫтан, социаль тармаҡ сығымдарын ағымдағы йыл кимәлендә һаҡлап ҡалып булды. Ҡайһы бер сығымдар буйынса үҫеш бар, ләкин күп түгел. Әйтәйек, 2026 йылда мәғарифҡа 82 миллиард һумдан ашыу, йәғни бөтә сығымдарҙың 25 процентын тиерлек йүнәлтеү күҙаллана. Был быйылғыға ҡарағанда 7,7 процентҡа күберәк. Һаулыҡ һаҡлауға сығымдар 32 миллиард һум тәшкил итәсәк, был сумма ла 2025 йылғынан бер аҙға мулыраҡ. Социаль түләүҙәргә, мәҙәниәткә һәм спортҡа тәғәйен сығымдар үҙгәрешһеҙ тиерлек.

Бюджет проекты республика ҡала­ла­рына һәм райондарына ҙур финанс ярҙа­мын күҙ уңында тота, ошо маҡсатҡа 2026 йылға 95,9 миллиард һум ҡаралған.
«Ә оптималләштереү нимәлә сағы­ласаҡ һуң?» – тип һорарһығыҙ. «Мот­лаҡ бул­ма­ған» сығымдарҙа, йәғни кәрәк­ле, әммә ҡиммәтле төҙөлөштәр һәм ремонттар бер аҙ кисектерелә. Һәм был дөрөҫ тә: күперһеҙ бер аҙ йәшәп була, ә бына эш хаҡынан, социаль түләүҙәрҙән һәм сифатлы медицинанан тыш – юҡ.

Дефицит ҡурҡыныс түгел

2026 йылда бюджет килеме – 314,1 миллиард, ә сығым 336,6 миллиард һум буласаҡ, тип күҙаллана. Дефицит 22,5 миллиард һум тәшкил итә. Тәү ҡарамаҡҡа ҡот осҡос һандар кеүек, әммә ысынында ғауға һәм ҡаңғырыу өсөн нигеҙ юҡ.

Республика бурысының яртыһынан ашыуы – бюджет кредиттары. Был Рәсәй Хөкүмәтенең бик түбән ставка – 3 процент менән оҙайлы срокка биргән аҡса. Уны эш хаҡына, премияларға, хатта яңы мәктәптәр һәм дауаханалар төҙөүгә тотонорға, йәғни «ашарға» ярамай. Был – торлаҡ һәм башҡа төҙөлөш өсөн инфраструктура, шул иҫәптән инженер-коммуналь селтәрҙәр булдырыуға тәғәйен сумма. Республикала ошо аҡсаға Өфөләге Генерал Рыленко урамы һәм унан Пугачев урамына илткән сиселеш, Нефтекамала таҙартыу ҡоролмалары төҙөлә, Ағиҙел аша аркалы күпер капиталь ремонтлана, Ҡариҙел йылғаһы аръяғында һыу үткәргес һәм канализация һуҙыла. Унда һыу үткәрелгәндән һуң, кешеләр күберәк йорт һала башлаясаҡ, шулай уҡ мәктәп һәм дауахана төҙөргә мөмкин буласаҡ, яңы магазиндар, офистар һәм производстволар барлыҡҡа киләсәк.

«Дефицитлы бюджет – финанс тотороҡһоҙлоғо билдәһе түгел, ә аңлы рәүештә үҫеште һайлау. Юғары социаль һәм инфраструктура ихтыяждары шарттарында республика һәр һумды өҫтөнлөклө бурыстарҙы хәл итеүгә йүнәлтә. Аҡса мәктәп һәм дауаханалар төҙөү, бизнесҡа ярҙам итеү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡты яңыртыу, эш урындары булдырыу һәм башҡалар мәнфәғәтендә эшләргә тейеш. Ваҡытлыса дефицит (2026 йылда – 6,7 процент) федераль ярҙам һәм заем аҡсаларын йәлеп итеү иҫәбенә ҡаплана. Был дөйөм Рәсәй бюджет сәйәсәтенә тап килә һәм үҫеште туҡтатмаҫҡа мөмкинлек бирә», – тип аңлатма бирҙе хәлгә Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалы доценты, иҡтисад фәндәре кандидаты Рөстәм Камалов.

Иҡтисад яйлап үҫешә

Киләһе йылда ойошмалар табышы иҫәбенә – 51,3 миллиард һум, физик берәмектәр килеменән – 90,4 миллиард һум (быйылғыға ҡарағанда +12 процент), нефть продукттарына, көслө алкоголгә һәм һыраға акциздарҙан – 46,7 миллиард һум (+7 процент), мөлкәт һалымынан 18,5 миллиард һум (+6 процент) күләмендә һалым йыйыу күҙаллана.

Был һалымдар арта тигәнде аңлатмай, ә уларҙы йыйған база үҫә. Мәҫәлән, 50 мең һум эш хаҡы алғанда 6500 һум һалым түләнә, ә инде хеҙмәт хаҡы 60 мең һумға етһә, һалым 7800 һумға тиклем арта. Завод яңы заказдар алып, килеме артһа – ул күберәк һалым түләй. Был бик мөһим. Көслө санкциялар шарттарында беҙҙең предприятиелар туҡтаманы, эшләүен дауам итә, яңы һатыу баҙарҙары таба, кешеләргә эш хаҡы, ҡаҙнаға һалымдарҙы түләй.

БЕЛГЕС ФЕКЕРЕ
Рөстәм АХУНОВ, иҡтисад фәндәре докторы:

– Төбәк парламентына тапшырылған «бюджет» документтары пакетын, шуға өҫтәп алдағы өс йылға күҙаллауҙарҙы сағыштырып, иҡтисад үҫешенә ыңғай баһа биреү мөмкинлеген билдәләп үтәм. Күҙаллауҙарҙа мин билдәләгән берҙән-бер кире иҡтисади күрһәткес – консерватив сценарийҙа сағылған төҙөлөш темптарында. Башҡалар буйынса үҫеш фаразлана. Бюджет ҡатмарлы булыуға ҡарамаҫтан, шуны аңлау мөһим: социаль сығымдар финанслау сығанаҡтары менән тәьмин ителгән. Ә бына бюджеттың капиталь сығым­дарын кисектереү (күбеһенсә Рес­публика адрес­лы инвестиция про­грам­ма­һына) проектланған: програм­маға тәғәйен сумма 14 миллиард һум кимәлендә һаҡланған, был бюджет инвестицияларының элекке күләменән кәмерәк.

Автор:
Читайте нас