Ашҡаҙар
-16 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
11 Ғинуар , 10:30

Өфөлә вуз-ара кампусты бер йылға алдан төҙөп бөтәсәктәр

Өфө вуз-ара кампусы төҙөлөшө, байрам көндәренә ҡарамаҫтан, ҡыҙыу дауам итә. Был хаҡта объектты ҡарап сыҡҡандан һуң республика премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итте.

Өфөлә вуз-ара кампусты бер йылға алдан төҙөп бөтәсәктәр
Өфөлә вуз-ара кампусты бер йылға алдан төҙөп бөтәсәктәр

Яңыртылған графикҡа ярашлы, 100 мең квадрат метрлыҡ кампустың икенсе этабын төҙөү 2026 йылдың аҙағында — бер йылға тиерлек алда тамамланасаҡ. Әле унда яҡынса 300 төҙөлөш эшсеһе эшләй, алдағы көндәрҙә был һан 600-гә тиклем артасаҡ.

Проект бер стилобат менән тоташтырылған ете бейек башняны үҙ эсенә ала. Иң бейек бинаның бейеклеге 100 метр буласаҡ.

«Әле монолит эштәре бара. Дүрт башняны яҙ аҙағына, ә ҡалған өсәүһен йәйгеһен төҙөп бөтөргә планлаштырабыҙ. Ошо арала белгестәр фасад һәм эске биҙәү эштәрен башларға әҙерләнә. Проект тиҫтәләгән подрядсы менән килешеп эшләүҙе талап итә», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Назаров.

 

Башинформ.

Автор:
Читайте нас