Ашҡаҙар
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
14 Ғинуар , 11:44
1

Мотлаҡ медицина страховкаһы системаһы бер кешене дауалауға 25 мең һум йүнәлтә

Был уҙған йылға ҡарағанда 2,5 мең һумға тиерлек күберәк.

Мотлаҡ медицина страховкаһы системаһы бер кешене дауалауға 25 мең һум йүнәлтә
Мотлаҡ медицина страховкаһы системаһы бер кешене дауалауға 25 мең һум йүнәлтә

Мотлаҡ медицина страховкаһы программаһы буйынса бер кешене дауалауҙы финанслау 25 мең һумға яҡынлашты. Был хаҡта ТАСС граждандарға бушлай медицина ярҙамы күрһәтеүҙең дәүләт гарантиялары программаһына һылтанып хәбәр итә.

«Мотлаҡ медицина страховкһы аҡсаһы иҫәбенә мотлаҡ медицина страховкаһының төп программаһын финанслауға (бер кеше өсөн) 2026 йылда — 24 922,9 һум», — тиелә документта.

Былтыр финанслау күләме страховкаланған һәр гражданға 22,5 мең һум самаһы тәшкил иткән. Сумманы арттырыу медицина хеҙмәттәре сифатын күтәреүгә һәм халыҡҡа медицина ярҙамы алыу мөмкинлеген яҡшыртыуға йүнәлтелгән.

 

Башинформ.

Автор:
Читайте нас