Башҡортостан дөйөм Рәсәй трендтары йүнәлешендә бара. Иҡтисади һәм финанс ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, беҙ иҡтисадтың тотороҡлолоғон һәм бөтә социаль йөкләмәләрҙең һис шикһеҙ үтәлешен тәьмин иттек.
2025 йылда яңы милли проекттар тормошҡа ашырыла башланы. Дөйөм алғанда, улар уңышлы старт алды һәм йыл дауамында маҡсатлы йүнәлештәрҙең байтаҡ өлөшөнә өлгәшелде. Федераль бюджеттан 37 миллиард һум йәлеп ителгән һәм, декабргә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, 33 миллиард һумдан ашыу аҡса үҙләштерелгән, йәғни 93 процент. Проблемалы осраҡтар ҙа бар. Мәҫәлән, республика 2024 йылда торлаҡ төҙөлөшө буйынса рекорд ҡуйҙы – 3,3 миллион квадрат метр, ә 2025 йылда күрһәткес кәмене. 11 айҙа республикала 2,152 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән. Бының объектив сәбәптәре бар, ләкин Хөкүмәткә мәсьәлә өҫтөндә эшләргә ҡуштылар.
Юл-транспорт ваҡиғаларында кешеләрҙең һәләк булыуына бәйле хәлде артабан ҡырҡа үҙгәртергә кәрәк, тип билдәләнде. Декабрь аҙағына ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, һәләк булыусылар һаны 400-ҙән аҙыраҡ, ә 2018 йылда был күрһәткес 550 кеше булған.
Юлдарҙағы соҡорҙарҙы ремонт-лауҙың һуң башланыуы халыҡта ғәҙел ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Властар бының өсөн тәнҡит һүҙҙәре ишетте. Был осраҡта «Башкиравтодор»ға рейдер һөжүме кеүек объектив сәбәптәр ҙә булды, әммә, нисек кенә булмаһын, юлдар торошо бик «нескә» тема булып ҡала килә. Әле ҡыш, ләкин юлсыларға хәҙерҙән үк уйларға һәм яҙғы эштәргә әҙерләнергә ҡуштылар.
2027 йылға тиклем коммуналь инфраструктураны яңыртыуға 4,2 миллиард һум аҡса бүленгән. Уҙған йылда республикала торлаҡ-коммуналь хужалыҡ структураһындағы авариялар һәм киҫкен үҙгәрештәр менән бәйле бихисап ғәҙәттән тыш хәлдәр булды. Был хәл беҙҙә генә күҙәтелмәй, сөнки бөтә илдә коммуналь инфраструктураның туҙыу кимәле бик юғары. Иң күп осраҡтар теркәлгән Ауырғазы һәм Учалы райондарында был эште башҡарыу өсөн резерв средстволар бүленде. Проблемаларҙы комплекслы хәл итеү өсөн федераль хөкүмәт менән әүҙем эш алып барырға кәрәк.
Социаль өлкә тотороҡло үҫеште. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен яңыртыуҙы дауам иттек, дүрт поликлиника һәм дауахана төҙөнөк, тағы туғыҙы капиталь ремонтланылды. Был эштәр – һаулыҡ һаҡлау системаһы үҫешенә ҙур өлөш индереү ул. Дауаханалар һәм поликлиникалар өсөн 100-ләгән берәмек махсус автотранспорт һәм 5 мең берәмек медицина ҡорамалы һатып алынған. Бик яҡшы һәм лайыҡлы һөҙөмтә.
Мәғариф системаһын яңыртыу буйынса ла ҙур эш башҡарылған. 39 балалар баҡсаһы, мәктәп һәм колледж бинаһы капиталь ремонтланған. Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы белем биреү учреждениеларында урындар менән тулыһынса тәьмин итеүгә өлгәшелде. Вуз-ара студенттар кампусы проекты планға ярашлы тормошҡа ашырыла. Уның икенсе сиратын төҙөүгә ярашлы, 2025 йылда Геном үҙәге һәм «Мәктәп 21» асылды.
Спортты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Уның менән беҙҙә 2,3 миллиондан ашыу кеше системалы шөғөлләнә. Илдә спорт ҡоролмалары һаны буйынса алдынғы урындабыҙ. Уҙған йылда бик күп спорт объекттарын файҙаланыуға тапшырҙыҡ, икәүһе – юғары кимәлле үҙәк. Бында һүҙ ишкәк слаломының икенсе сираты һәм еңел атлетика манежы тураһында бара.
Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә илдәге иң яҡшы ярҙам системаларының береһе төҙөлгән. Ошо маҡсатҡа бүленгән аҡсаның күләме ике тапҡырға арттырылды һәм 31 миллиард һумға етте. Былтыр күрһәтелгән ярҙам саралары исемлеге киңәйтелде – улар беҙҙә 54-кә етте.
Уҙған йылдың туғыҙ айында төп капиталға инвестициялар күләме яҡынса 445 миллиард һум тәшкил иткән. Был йәһәттән һуңғы мәғлүмәттәр февраль-мартта ғына килә, ҡатмарлы 2025 йылды инвестициялар үҫеше менән тамамлау мөмкинлеге бар. Шул саҡта, уңышлы йылдарҙа ғына түгел, ә ҡатмарлы осорҙа ла аҡса йәлеп итеп була, тип әйтә аласаҡбыҙ.
Шуны ла билдәләргә кәрәк, Башҡортостанда инвестиция динамикаһы уртаса Рәсәйҙекенә ҡарағанда ике тапҡырға тиерлек алда бара. Элек инвесторҙар республиканы яратып етмәй ине, хәҙер улар алдында ишектәр асыҡ, беҙгә ышаналар һәм системалы ярҙам тейешле кимәлдә эшләй. Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында республика икенсе йыл рәттән өсөнсө урында килә.
Сәнәғәтте яҡшы үҫтерәбеҙ. Дронофикация рейтингы тип аталған яңы күрһәткес барлыҡҡа килде, беҙ унда өсөнсө урынды биләйбеҙ. Фәнни-технологик үҫеш буйынса төбәктәрҙең милли рейтингында етенсе урындабыҙ.
Беҙ – индустриаль парктар һәм технопарктар һаны буйынса ла лидер. Сәнәғәт кластерҙарын үҫтереү һәм булдырыу буйынса Рәсәйҙә беренсе урынды биләйбеҙ. Беҙҙең «Алға» махсус иҡтисади биләмәһе Рәсәй айырым иҡтисади зонаһының Инвестиция йәлеп итеүсәнлеге милли рейтингында өсөнсө урын яуланы. «Алға» 2020 йылда барлыҡҡа килде, ә беҙ 2000 – 2005 йылдарҙа булдырылған зоналар менән ярышабыҙ. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә етди эш башҡарылды.
Республикала креатив иҡтисадты үҫтереү буйынса системалы эш алып барыла, ойоштороу яғынан ярҙам структураһы, ҡануниәт булдырылды. Хатта 8 августа билдәләнгән Креатив индустриялар көнө ойошторолдо.
Йыл йомғаҡтары буйынса республика креатив индустрия өлкәһендә Милли премияның иң яҡшы өс төбәге иҫәбенә инде.
11 айҙа ауыл хужалығы продукцияһын етештереү ете процентҡа артҡан һәм 266 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән. Беҙ ауыл хужалығы яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшер тип күптән көткәйнек. Былтыр 10,8 миллиард һумға 2 меңдән ашыу берәмек юғары етештереүсәнле техника һатып алынған.
2025 йылда республикала тура эфирҙа Хөкүмәттең 46 кәңәшмәһе уҙған. Унда республика йәшәйешенең бөтә йүнәлештәре буйынса тиерлек 175-ләгән төп мәсьәлә ҡаралған. Уларҙың биштән бер өлөшө социаль өлкәгә һәм һаулыҡ һаҡлауға тура килде. Һәр унынсы мәсьәлә – торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа, ә һәр ун бишенсеһе мәғарифҡа һәм ауыл хужалығына ҡағылды. Эш йомғаҡтары буйынса 209 йөкләмә төҙөлдө. Уларҙың яртыһынан ашыуы үтәлгән дә инде.
Беҙҙең идара итеү командаһы өлгөргәнлеген, тотороҡлолоғон һәм киләсәккә ышаныслы ҡарашын күрһәтә алды. Дөйөм бурыс – Башҡортостан халҡы именлегенә эшләүҙе дауам итеп, ыңғай динамиканы һаҡлау.
Материалдар «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто акционерҙар йәмғиәте редакцияһы әҙерләне. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе axmetshina.v@rbsmi.ru адресы йәки (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.