Ашҡаҙар
-16 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
22 Ғинуар , 12:01

Өфөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын беренсе «Толоп Фест» байрамына саҡыралар

Баш ҡалабыҙҙа ысын йылы байрам ойошторола.

Өфөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын беренсе «Толоп Фест» байрамына саҡыралар
Өфөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын беренсе «Толоп Фест» байрамына саҡыралар

Өфө мэрияһында белдереүҙәренсә, «Толоп Фест» — ҡышҡы кейемгә баҫым яһап, Башҡортостан ҡышы, уның бай традициялары һәм үҙенсәлекле мәҙәниәте донъяһына сумыу. Быуаттар буйына ата-бабаларыбыҙ сатлама һыуыҡтарҙа толоп, быйма кейеп, йылы шәлдәргә уранып йөрөгән.

Сарала ҡатнашыусыларҙы бай программа көтә, унда һәр кем күңеленә хуш килгән уйын табырға мөмкин: быйма кейеп йүгереү, футбол уйнау, уҡтан атыу, быйма ырғытыу һәм башҡалар. 

«Йылы» сара «Нефтехимиктар» мәҙәниәт һәм ял паркында 31 ғинуарҙа сәғәт 11-ҙә башлана. Өфөләргә фестивалгә толопта, быймала, йылы шарф урап килергә кәңәш бирҙеләр.

0+

 

Башинформ.

Автор:
Читайте нас