«Республикала урта һөнәри белем биреү системаһы илдә иң эреләрҙең береһе – бөтәһе 92 профессиональ белем биреү ойошмаһы. Күпселеге насар торошта. Эш сәфәрҙәре ваҡытында быны күреп йөрөйөм, — тине республика етәксеһе Радий Хәбиров. — Йыл һайын республика бюджетынан колледждарҙы ремонтлауға аҡса бүлергә тип килештек. Әлегә 29-ын, шул иҫәптән 2025 йылда 15-ен тәртипкә килтерҙек. Уларҙа йәмғеһе 30 меңдән ашыу студент уҡый».
Уның һүҙҙәренсә, был мөһим мәсьәләне хәл итеүҙә федераль властарҙың да ярҙамы ҙур. «Йәштәр һәм балалар» милли проектының «Профессионалитет» проекты ярҙамында былтыр ғына Башҡортостандың 5 колледжында капиталь ремонт башҡарылған. Программа шарттары буйынса республика был эштәрҙе берлектә финанслай. Мәҫәлән, быйыл йәнә 8 урта һөнәри белем биреү учреждениеһында ремонт планлаштырыла.
Яңы капиталь ремонт программаһы буйынса быйыл тағы ла 6 бинала эштәр тамамлана. Ә 2 колледжға «Агропрофи» гранты сиктәрендә Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығынан субсидия бирелә.
«Туғыҙынсы класты тамамлаусыларҙың 60% ашыуы колледждарҙа белем алыуҙы һайлай. Иҡтисадҡа квалификациялы белгестәр талап ителеүе һөнәри белем биреүҙең абруйын арттыра. Беҙҙең бурыс — ошо юлды һайлаған йәштәр лайыҡлы шарттарҙа уҡый алһын өсөн барыһын да эшләү», — тип иҫәпләй республика етәксеһе.
Бөгөн Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжының Рәсәйҙә «Профессионалитет» проектын бойомға ашырыу буйынса алты лидерҙың береһе тип танылыуы билдәле булды, тип өҫтәне Радий Хәбиров. Ул бөтә студенттарҙы һәм уҡытыусыларҙы ошондай уңыш менән ҡотланы.
Башинформ.