Радий Хәбиров республика парламенты алдында Мөрәжәғәтнамә менән 30 ғинуарҙа сығыш яһай.
«Был депутаттар корпусы өсөн мөһим ваҡиға булып тора, — тип белдерҙе республика Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. — Мөрәжәғәтнамәлә республика Башлығы киләһе йылға үҫеш йүнәлештәрен, мөһим бурыстарҙы билдәләй һәм бөтә кимәлдәге власть органдары алдында торған төп саҡырыуҙарға яуап бирә. Парламенттың 2026 йылда закондар сығарыу эшмәкәрлеге Мөрәжәғәтнамәгә нигеҙләнеп тормошҡа ашырыла».
Радий Хәбиров үҙенең сираттағы Мөрәжәғәтнамәһендә Башҡортостандың төп үҫеш йүнәлештәрен һәм артабанғы эштең өҫтөнлөктәрен билдәләй.
«Серҙе асам, Мөрәжәғәтнамәлә тормошобоҙҙоң бөтә өлкәләренә әүҙем үтеп инә барған яһалма интеллект һәм нейроселтәр менән эшләү тураһында ла һүҙ бара», – тине республика етәксеһе.