Ашҡаҙар
-33 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
4 Февраль , 17:53

Барыһы ла Еңеү өсөн!

Радий Хәбиров Мөрәжәғәтнамәлә нимә тураһында белдерҙе. Башҡортостан Башлығы республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны

Барыһы ла Еңеү өсөн!
Барыһы ла Еңеү өсөн!

Йылға төп бурыс хаҡында

Быйылға төп бурысты өс һүҙ менән билдәләй алам – БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН!

Дошмандар хаҡында

Беҙҙең дошман – Украинаның туғандаш халҡы түгел. Дошманыбыҙ – яңынан баш ҡалҡытырға маташҡан неонацизм. Тиҫтәләрсә йылдар буйы Рәсәйҙе көсһөҙләндереү, бүлгеләү һәм юҡ итеү маҡсатын ҡуйып, коллектив Көнбайыш сит ҡулдар ярҙамында уны оятһыҙ рәүештә үҫтерә. Ул беҙгә яҡын илде беҙгә ҡаршы йүнәлтелгән ҡапҡанға әйләндерҙе. Ә украин халҡы – аяуһыҙ нацист ҡәбәхәттәре һәм русофобтары әсирлегендә.

Лидер хаҡында

Беҙгә дошмандарса ҡараған тиҫтәләгән дәүләттәрҙең ауыр эмоциональ, мәғлүмәти баҫымы, нигеҙһеҙ тәнҡите Владимир Путиндың ғына иңендә ятырға тейеш түгел, тип иҫәпләйем.
Ә уның «иңдәрендә генә» булмаһын өсөн нимә эшләргә? Беҙ – Президентыбыҙ менән һәм Юғары баш командующий ҡуйған бөтә бурыстарҙы тулы күләмдә үтәрбеҙ, тип тураһын әйтергә кәрәк.

Дрондар етештереү тураһында

Башҡортостан пилотһыҙ авиация һәм радиоэлектрон көрәш буйын-са компетенциялар үҙәктәренең береһенә әүерелде. Төбәктәрҙе «дронлаштырыу» рейтингында тәүге өсәү иҫәбендәбеҙ. Беҙҙең уникаль предприятиелар Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып пилотһыҙ аппараттар өсөн электр двигателдәре етештерә башланы. Инженерҙарыбыҙ «Ҡыш Бабай» тип атаған ауыр дрон осоу һынауҙарын үтте һәм әлеге мәлдә беҙҙең яугирҙәргә ярҙам итә.
МХО зонаһына һуңғы ике йылда бөтәһе 10 меңдән ашыу дрон оҙатылған. 1 апрелдән пилотһыҙ осоу аппараттарын ғәскәрҙәргә оҙатыу күләмен 50 процентҡа арттырырға ҡушам.
Яугирҙәр ғаиләләренә ярҙам саралары тураһында

МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 55 төрлө ярҙам сараһы ҡаралған, бының өсөн бюджеттан йылына 30,5 миллиард һумға тиклем аҡса бүленә. Хөкүмәттән был эште дауам итеүҙе, сараларҙың һөҙөмтәлелеген анализлауҙы һәм уларҙы үҫтереү буйынса тәҡдимдәр индереүҙе һорайым.

Бюджет сикләүҙәре арҡаһында МХО-ла ҡатнашыусыларҙың туғанда-рының шифаханаларҙа льготалы йә-шәүе туҡтатылды. Был ҡарар урынһыҙ тип иҫәпләйем. Республика Хөкүмә-тенән аҡса табыуҙарын һәм ошо ярҙамды тулы күләмдә тергеҙеүҙәрен һорайым.

МХО-нан ҡайтҡан өс меңдән ашыу ҡатнашыусының 78 проценты тиерлек эшкә урынлаштырылған. Муниципалитет башлыҡтарына ошо йүнәлештәге эште көсәйтергә ҡушам.
«Берҙәм тәҙрә» режимында комплекслы консультация һәм ғәмә-ли ярҙам күрһәтеү өсөн МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам үҙәктәрен асабыҙ.

Йыл аҙағынаса бындай үҙәктәр барлыҡ райондарҙа һәм ҡалаларҙа булдырылырға тейеш.

Медицина реабилитацияһы тураһында

Медицина йәмәғәтселегенең башланғысын хуплайым һәм Һуғыш ветерандарының республика клиник госпиталенә табип-хирург Михаил Каменевтың исемен бирергә тәҡдим итәм. Ул – табип-ирекмән, медицина взводы командиры. 2023 йылдың көҙөндә, йәрәхәтләнеүселәрҙе эвакуациялағанда, пилотһыҙ осоу аппараты уларҙың санитар машинаһына һөжүм итә. Михаил Каменев яралыларҙы ташламай, аҙаҡҡаса һөнәри бурысына тоғро ҡала. Уларҙың барыһы ла һәләк була.

Һуғыш ветерандарының республика клиник госпитале – беҙҙең флагман, былтыр уны медицина реабилитацияһын ойоштороу буйынса илдә иң яҡшыһы тип танынылар. МХО-нан ҡайтҡандарҙың 86 проценты диспансеризация үтте лә инде, ләкин беҙ реабилитациялау өсөн мөмкинлектәрҙең арттырылырға тейешлеген яҡшы аңлайбыҙ. «Талҡаҫ» шифаханаһында МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн реабилитация үҙәге һәм ветеран-яугирҙәргә, айырыуса яраланғандарға физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырырға кәрәк. Спорт министрлығына Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә МХО ветерандары өсөн тәғәйенләнгән күнекмәләр графигын раҫларға, ә муниципалитеттарға улар бушлай шөғөлләнә алырлыҡ спорт объекттарҙы билдәләргә ҡушам.

Һәләк булған яугирҙәрҙең балалары тураһында

Һәләк булған яугирҙәрҙең балалары – беҙҙең балалар. Беҙ уларҙы бөтә республика менән күтәрергә, лайыҡлы кешеләр булырға ярҙам итергә тейеш. Был мәсьәләлә иң мөһиме – ҡаты күңеллелек һәм миһырбанһыҙлыҡ күрһәтмәү. Беҙ бындай осраҡтарға юл ҡуймаясаҡбыҙ.
Хәтер тураһында

МХО осоронда республика халҡының хәрби һәм хеҙмәт батырлыҡтарын мәңгеләштереү саралары тураһында республика Башлығы Указын әҙерләргә ҡушам. Шулай уҡ, махсус хәрби операция геройҙарына бағышланған мемориалдар булдырырға кәрәк. Беҙ Өфөлә Спорт һарайы янындағы майҙанда шундай мемориал төҙөү тураһында ҡарар ҡабул иттек инде. Республика Хөкүмәтенән финанслау сығанаҡтарын билдәләүҙе һәм МХО-ла ҡатнашыусыларға мемориалдар проектлау эшен башлауҙы һорайым. Был бик мөһим эш. Тормош шулай ҡоролған, барыһы ла бик тиҙ онотола.

Хәрби һәм граждандар иҡтисады тураһында

МХО бурыстарын уңышлы хәл итеү өсөн иҡтисадты нығытыу нигеҙ булып тора, ул “барыһы ла фронт өсөн, барыһы ла еңеү өсөн” тип эшләргә тейеш. Был беҙ башҡа мөһим социаль бурыстарҙы икенсе планға күсерәбеҙ тигән һүҙ түгел. Беҙҙең идара командаһы бер үк ваҡытта ике бурысты – махсус хәрби операцияға һөҙөмтәле ярҙам күрһәтеү һәм республиканы үҫтереү бурыстарын үтәргә тейеш.
Махсус хәрби операция бында, тылда, мөһим мәсьәләләрҙе ситкә ҡалдырыу өсөн сәбәп булырға тейеш түгел. Беҙ барлыҡ социаль әһәмиәтле сығымдарҙы тулыһынса тәьмин итәбеҙ. Элек ҡабул ителгән пландар һәм программалар нигеҙендәге мөһим йүнәлештәргә ярҙам итәбеҙ. 2022 йылдан башлап беҙ 50-нән ашыу эре социаль объект төҙөнөк, торлаҡ төҙөлөшө темптарын кәметеүгә юл ҡуйманыҡ, бейек йорттар, парк биләмәләре булған яңы уңайлы биҫтәләр төҙөйбөҙ. 600-гә яҡын ижтимағи территория төҙөкләндерелде. 100 саҡрымдан ашыу юл төҙөлдө һәм 5 мең саҡрымға яҡын автомобиль юлы ремонтланды. Яңы социаль объекттарҙы сафҡа индерәбеҙ.

Яңы төбәктәргә ярҙам тураһында

Беренсе көндән үк беҙ Рәсәйҙең яңы төбәктәренә туғандарса ярҙам күрһәтәбеҙ. ЛХР-ҙа шефлыҡ иткән Красный Лучта өс йыл эсендә үҙ көсөбөҙ менән 5 миллиард һумға 238 торлаҡ, социаль һәм инфраструктура объектын тергеҙҙек. Быйыл тағы 157 объектты тергеҙәсәкбеҙ. Ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам итергә кәрәк! Беҙ үҙ илебеҙҙә шулай йәшәргә тейеш. Ә туғандаш Донбасс еренә оҙаҡ көтөлгән тыныслыҡ килгәс, беҙҙең иҡтисади һәм гуманитар хеҙмәттәшлекте әүҙем рәүештә киңәйтәсәкбеҙ. Ярҙам итергә ынтылыу – ул тарих төпкөлөнән килгән беҙҙең мәҙәни код.

Тыныслыҡ көтөү тураһында

Беҙ хәл иткес һынауҙар осоронда йәшәйбеҙ. Һәм 2026 йыл да, һис шикһеҙ, еңел булмаясаҡ. Беҙ барлыҡ яуаплы бурыстарҙы намыҫ менән үтәрбеҙ, сынығырбыҙ һәм тағы ла көслөрәк булырбыҙ, тип ышанам. Беҙҙең геройҙар тиҙҙән иҫән-һау һәм еңеү менән өйҙәренә ҡайтасаҡтарына ышанам.

Танылған психолог, концлагерь тотҡоно Виктор Франклдың һүҙҙәрен килтереп үткем килә. Ул былай тигән: “Тиҙҙән барыһы ла бөтәсәгенә ышанған кешеләр беренсе булып һындылар. Унан һуң бының ҡасандыр бөтәсәгенә ышанмаған кешеләр. Нимә булырын көтмәйенсә, иғтибарҙы үҙ эштәренә йүнәлтеүселәр иҫән ҡалды”.

Беҙгә был ваҡиғалар ҡасан бөтөр тип фаразларға, иҫәпләргә тырышырға кәрәкмәй. Беҙгә намыҫлы эшләргә, заман саҡырыуҙары алдында үҙебеҙҙе ныҡ тоторға кәрәк. Улар буласаҡ. Берҙәмлегебеҙҙе нығытырға. Бер-береңә һәм бигерәк тә мохтаждарға ярҙам итергә. Алға ҡуйылған бурыстарҙы хәл итергә.

Мин, терәк төбәктәрҙең береһенең Башлығы булараҡ, Башҡортостан менән Рәсәй был ҡатмарлы осорҙо лайыҡлы үтһен өсөн бөтә көсөмдө, тәжрибәмде һәм компетенциямды һаласаҡмын. Ә бының өсөн һеҙҙең менән – бөгөн был Мөрәжәғәтнамәлә күп тапҡыр әйткәнемсә – киләсәктә лә БАРЫҺЫН ДА ЕҢЕҮ ӨСӨН эшләйәсәкбеҙ.

Барыһы ла Еңеү өсөн!
Барыһы ла Еңеү өсөн!
Автор:
Читайте нас