Алексей Анатольевич Касьянов республикала һөҙөмтәле эшләгән идарасыларҙың береһе булараҡ билдәле. Оҙаҡ йылдар ул прокуратура һәм тикшереү органдарында эшләй, Башҡортостан Республикаһы буйынса баш федераль инспектор вазифаһын башҡара.
Алексей Касьянов – юстиция генерал-лейтенанты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. Юғары дәүләт наградаларына лайыҡ булған. Улар иҫәбендә 2-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы, Халыҡтар дуҫлығы һәм Салауат Юлаев ордендары, Рәсәй Именлек советының «Халыҡ-ара именлекте нығытыуҙағы хеҙмәттәре өсөн» миҙалы бар.
Башинформ.