– Был экологик проектты 2023 йылдан бойомға ашырабыҙ. Әлеге ваҡытта унда 25 баш зубр йәшәй, шул иҫәптән 8 быҙау, улар беҙҙең республикала тыуған. 2030 йылға хайуандарҙың һанын 50 башҡа еткерергә уйлайбыҙ.
Беҙ быны ҡыҙыҡ өсөн эшләмәйбеҙ, ә ил Президенты ҡуйған биологик төрлөлөктө һаҡлау буйынса мөһим дәүләт бурысын хәл итәбеҙ. Бынан тыш, тәбиғәткә бурысты ҡайтарабыҙ. Үткән быуат башында зубрҙар юҡҡа сыға яҙған. Шуға күрә беҙ балансты тергеҙергә тейешбеҙ, республикабыҙҙа бының өсөн уңайлы шарттар бар.
Башҡортостан – илдең зубрҙар тәбиғи мөхиттә йәшәгән берҙән-бер төбәге. Улар «Мораҙым тарлауығы» паркы биләмәһендә йәшәй».