Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Республика һулышы
20 Февраль , 07:02

Педагогия вуздарына уҡырға инеүселәр өсөн профилле БДИ индерелә

Үҙгәрештәр 2027-2028 уҡыу йылының ҡабул итеү кампанияһынан башлап ғәмәлгә индерелә.

Педагогия вуздарына уҡырға инеүселәр өсөн профилле БДИ индереләПедагогия вуздарына уҡырға инеүселәр өсөн профилле БДИ индерелә
Педагогия вуздарына уҡырға инеүселәр өсөн профилле БДИ индерелә

Мәғариф министрлығы 1 сентябрҙән педагогия вуздарына уҡырға инеүселәр өсөн профилле берҙәм дәүләт имтиханын индерә. Был хаҡта ведомство етәксеһе Сергей Кравцов РИА Новости агентлығына биргән интервьюһында һөйләне.

«Хәҙер йәмғиәтте өйрәнеү фәненән БДИ уҡырға инеү өсөн мотлаҡ һынау тип иҫәпләнмәй. Уның урынына абитуриенттарға профилле предметты тапшырырға кәрәк», — тип билдәләне Рәсәйҙең мәғариф министры.

Уның һүҙҙәренсә, был саралар көслө белгестәр әҙерләүгә йүнәлтелгән.

Үҙгәрештәр 2027-2028 уҡыу йылының ҡабул итеү кампанияһынан башлап ғәмәлгә индерелә.

 

Һылтанма.

Автор:
Читайте нас