Ашҡаҙар
-10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
26 Февраль , 17:15

Республика юлдарында йөк транспорты хәрәкәте сикләнә

Башҡортостанда яҙғы-йәйге осорҙа төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге юлдарҙа ауыр йөк транспорты хәрәкәте ваҡытлыса сикләнә. 

Республика юлдарында йөк транспорты хәрәкәте сикләнә
Республика юлдарында йөк транспорты хәрәкәте сикләнә

Тейешле ҡарарға хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған.

Яҙғы осорҙа ваҡытлыса сикләү ағымдағы йылдың 1 апреленән 30-на тиклем 6 тоннанан ашыу ауырлыҡтағы йөк транспорты өсөн ғәмәлдә була. Бынан тыш, 20 майҙан 31 авгусҡа тиклем күп тонналы фураларға һауа температураһы 32 градустан юғары булғанда йөрөү тыйыла. Трассаларҙа үлсәү контроле эшләйәсәк.

Төбәк әһәмиәтендәге юлдар исемлегендә ваҡытлыса йөрөү тыйылған 41 участка, муниципаль-ара әһәмиәттәге юлдар исемлегендә иһә 84 участка бар. Тулы исемлек менән һылтанма буйынса танышырға мөмкин.

 

Башинформ.

Автор:
Читайте нас