Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
27 Февраль , 17:24

Һунарсыларға йыртҡыс йәнлектәрҙе аулаған өсөн аҡса түләй башлайҙар

Был сара йыртҡыс хайуандарҙың һөжүменән һаҡлауға һәм ҡотороу сиренең таралыуына ҡаршы көрәшкә йүнәлтелгән.

Һунарсыларға йыртҡыс йәнлектәрҙе аулаған өсөн аҡса түләй башлайҙар
Һунарсыларға йыртҡыс йәнлектәрҙе аулаған өсөн аҡса түләй башлайҙар

Граждандарҙың ғүмеренә, именлегенә һәм һаулығына хәүеф менән янаған ҡырағай хайуандарҙың һанын кәметеү өсөн Башҡортостандың Экология министрлығы айыу, бүре һәм төлкө атып алған һунарсыларға аҡса түләргә тәҡдим итә.

Һоро айыу өсөн – 50 мең һум; бүре өсөн – 30 мең һум; төлкө өсөн – 3 мең һум. Һунарсыларға аҡса 2026-2028 йылдар өсөн түләнә.

Тәбиғәтте һаҡлау ведомствоһы мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә бүреләр, төлкөләр һәм айыуҙар күбәйә. 2025 йылда республикала ҡырағай хайуандарҙың ауыл-ҡалаларға килеү, йыртҡыстар араһында ҡотороу сире, айыуҙарҙың кешеләргә һөжүм итеү осраҡтары теркәлгән.

Әлеге ваҡытта Экология министрлығының был проекты хоҡуҡи һәм коррупцияға ҡаршы экспертиза үтә. Бындай саралар һунарсыларҙың йыртҡыс йәнлектәр һанын көйләүгә ҡыҙыҡһыныуын арттырыр тип көтөлә.

Сығанаҡ.

Автор:
Читайте нас