Бөтә открыткалар ҙа бер стилдә эшләнгән һәм посткроссерҙар, республика буйлап сәйәхәттән иҫтәлекле сувенир ебәрергә теләгәндәр өсөн бик уңайлы. Уларҙың Рәсәйҙә таратыу тарифына тап килгән стандарт почта маркаһы бар.
«Яңы открыткалар Башҡортостанды бай тарихлы, хозур тәбиғәтле күркәм һәм ҡунаҡсыл төбәк итеп күҙ алдына килтерергә мөмкинлек бирә», – тип билдәләне Рәсәй почтаһының төбәк идаралығы директоры Ленард Шафиҡов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылда Башҡортостандың иҫтәлекле урындары Рәсәй почтаһының һәм Рус география йәмғиәтенең Рәсәйҙең билдәле урындары тураһында открыткаларында сағылыш тапты. Был серияға Йүрүҙән йылғаһы, Ирәктәш, «Башҡортостан» милли паркы, Айғыр ҡаялары һәм Иҙрис мәмерйәһенең һүрәттәре инде.
Шүлгәнташ мәмерйәһе ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы объекты тип танылды.
Башинформ.