«Бында Сәнәғәтте үҫтереү фонды, кластер инвестиция майҙансыҡтары буйынса проекттар ҙа бар. Барлыҡ башланғыстар ҙа хуплау тапты, шуға күрә беҙгә бының менән эшләргә кәрәк», — тип йөкләмә бирҙе Хәбиров республиканың идара итеү командаһына.
Республика етәксеһе һәм Денис Мантуров Өфөнөң төп предприятиеларында булды, шулай уҡ МО биләмәһенә гуманитар ылауҙы оҙатыуҙа ҡатнашты.