Бөтә яңылыҡтар

Машинаны нисек газға күсерергә һәм был ни өсөн отошло?

Газ-мотор яғыулығына күсеүҙең файҙаһын өйрәнәбеҙ

Машинаны нисек газға күсерергә һәм был ни өсөн отошло?
Машинаны нисек газға күсерергә һәм был ни өсөн отошло?

«Йәмәғәт транспортын газ-мотор яғыулығына күсереүҙе әүҙем дауам итәбеҙ, газ ҡулланып эшләгән автобустар һатып алабыҙ. Дәүләт ярҙамы сараларына ҙур иғтибар бүләбеҙ.
Ни өсөн был беҙҙең өсөн шул тиклем мөһим? Әлбиттә, эш һандарҙа түгел. Тәбиғи газды яғыулыҡ сифатында файҙаланыу отошло. Ләкин иң мөһиме – шул рәүешле тирә-яҡ мөхиткә зыянды, зарарлы матдәләр бүлеп сығарыуҙы кәметәбеҙ».
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Һуңғы йылдарҙа илебеҙ Хөкүмәте автомобилселәрҙе машиналарын газ-мотор яғыулығына күсереүгә әүҙем дәртләндерә. Президент Владимир Путин әйтеүенсә, газ яғыулығы электромобилдәр менән сағыштырғанда ла өҫтөнлөклө һанала, сөнки тирә-яҡ мөхиткә зыян итмәйенсә электр энергияһы алып булмай. «Электр энергияһы алыу өсөн тәүҙә уны эшләп сығарырға кәрәк, электр энергияһының байтаҡ өлөшө күмер ҡулланып етештерелә. Бында беҙ иҫәпкә алып бөтмәгән етди үҙенсәлектәр бик күп», – тип билдәләй Президент.
Әлеге ваҡытҡа тиклем, газ яғыулығы хаҡында һөйләгәндә, пропан-бутанды йышыраҡ телгә ала торғайнылар, хәҙер иһә метан ҙур популярлыҡ яулай. Пропан-бутан ҡатышмаһы – нефть эшкәртеү продукты, метан – тәбиғи газ, ул таҙараҡ, фильтрлауға мохтаж түгел һәм двигателдең хеҙмәт итеү ваҡытын бер ярым-ике тапҡырға арттыра.

Ни өсөн кәрәк?

Газ яғыулығының төп өҫтөнлөгө – уның түбән хаҡы һәм экологик яҡтан таҙа булыуы. Был бигерәк тә халыҡ автомобиль төтөнөнән ыҙалаған ҙур ҡалалар, мәҫәлән, Стәрлетамаҡ өсөн көнүҙәк. Газ-мотор яғыулы- ғын ҡулланғанда автомобилдән атмосфераға сығарылған зарарлы матдәләр күләме 80 процентҡа тиклем кәмей. Углеводород газы ташландыҡтары – ике-өс тапҡырға, азот ҡалдыҡтары, бензин һәм дизель яғыулығы менән сағыштырғанда, 90 процентҡа аҙыраҡ була.

2022 йылдан автомобилдәрен газ-мотор яғыулығына күсерергә хәл иткән кешеләргә дәүләт ҙур льготалар тәҡдим итә:

  Көнсығыш сығыу юлынан йөрөүгә 50 процентлы ташлама,
  газ баллоны ҡорамалдарын ҡуйыуға сығымдарҙың 80 процентына тиклем компенсация.

Дәүләт субсидиялауы программаһында еңел һәм йөк машиналары водителдәре ҡатнаша ала. Берҙән-бер сикләү – автомобиль 15 «йәштән өлкән» булырға тейеш түгел.

Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

Газ ҡорамалын ҡуйыу – ҡатмарлы эш, шуға күрә уны профессионалдарға ғына ышанып тапшырырға кәрәк. Бының өсөн техник хеҙмәтләндереү пунктына мөрәжәғәт итегеҙ. Улар бөтә республика буйынса бар һәм табыуы һис тә ҡыйын түгел. Пункттарҙың тулы исемлеге www.gazprom-agnks.ru сайтының «Автомобилде ҡайҙа яңыртып йыһазландырырға» бүлегендә урынлаштырылған. Сервисҡа мөрәжәғәт итеп, шул уҡ көндө экономия һәм экология йәһәтенән яңырған «тимер атығыҙҙы» кире ала алаһығыҙ.

– Метанға күсеү ҡатмарлы эш түгел, – ти «Газпром газ-мотор яғыулығы» яғыулыҡ ҡойоу станциялары селтәре белгестәре. – Асылда һеҙгә автомобилде яңынан йыһазландырыу һәм техник хеҙмәтләндереү пунктын һайларға ғына кәрәк буласаҡ. Эштең бөтә техник яғын һәм документтарға бәйле ҙур өлөшөн хеҙмәтләндереү пункттары үҙ өҫтөнә ала.

Артабан өс йылға бер тапҡыр мотлаҡ тикшереү үтергә – баллондарҙың артабан файҙаланыуға яраҡлымы-юҡмы икәнен тикшерергә кәрәк буласаҡ. Әгәр автомобиль аварияға осраһа, шулай уҡ тикшертеү шарт, сөнки бәрелеү баллондың деформацияһына йәки емерелеүенә килтереүе ихтимал. Әммә, билдәләп үтергә кәрәк, газ баллондары ныҡлығы менән айырыла, уларҙың емерелеү ихтималлығы аҙ. Хатта көслө авария осраҡтарында ла газ баллоны бик һирәк шартлай, сөнки газды ябыусы клапан эшләй.

Ҡайҙа яғыулыҡ тултырырға?

Бәхеткә күрә, был мәсьәлә республика халҡы өсөн киҫкен түгел, сөнки төбәктә газ менән заправкалауға ҡағылышлы проблема юҡ. Улар беҙҙә 65-тән ашыу, газ тултырыу станциялары иҫәбе буйынса беҙ илдә алдынғылар рәтендә. Башҡортостан газ-мотор яғыулығы баҙарын үҫтереүҙә алдынғы урындарҙы биләй. Бында газ-мотор яғыулығын ҡулланыу, төбәк ярҙамы саралары, заправкалар һаны, экологик файҙа иҫәпкә алына. Әйткәндәй, республикала йәмәғәт транспорты күптән инде экологик яғыулыҡҡа күскән. Транспортсылар иҫәпләүенсә, метанда йөрөгән бер автобус йылына бер миллион һум самаһы аҡса экономиялай. Газ яғыулығы ҡулланып, бөтә республика буйлап рәхәтләнеп сәйәхәт итергә була.

Метандың өҫтөнлөгө нимәлә?

1. Аҡсалата файҙа. Метан АИ-95 бензинынан 2-2,5 тапҡырға арзаныраҡ.
Тәүлек дауамында 200 саҡрым юл үткән осраҡта бензинды газға алмаштырыуҙан иҡтисади файҙа еңел автомобиль өсөн айына 17500 һум тәшкил итә.

2. Экологик үҙенсәлек. Метан атмосфераны бысратмай, сөнки ул һауанан еңелерәк һәм ҡулланғанда парға тиҙ әйләнә.

3. Двигатель ресурсы. Двигателдә тәбиғи газдың тулыһынса янып бөтөүе арҡаһында деталдәрҙең туҙыуы кәмей, май оҙағыраҡ хеҙмәт итә.
Башҡортостандың барлыҡ төбәктәрендә газ заправкалары бар: республиканың төп иҫтәлекле урындары буйлап 1600 саҡрым юл үтергә мөмкин.

ӘЙТКӘНДӘЙ,
Автомобиль ике яғыулыҡ менән дә йөрөй аласаҡ
Күпселек осраҡта автомобилгә газ ҡорамалын ҡуйғанда бензин багын һүтергә кәрәкмәй – улар бер-береһенә ҡамасауламай. Ма- шина газ менән йөрөй ала, әммә баллонда газ бөтһә, автомобиль шыйыҡ яғыулыҡта эшләүен дауам итәсәк.

Автор:
Читайте нас