Бөтә яңылыҡтар

Фытыр саҙаҡаһын биргәндә һәм алғанда уҡыла торған доғалар

Фытыр саҙаҡаһын мотлаҡ Ураҙа байрамына ҡәҙәр биреп өлгөрөргә кәрәк. Уны һәр мосолман кешеһе бирергә тейеш. 

Фытыр саҙаҡаһын биргәндә һәм алғанда уҡыла торған доғалар
Фытыр саҙаҡаһын биргәндә һәм алғанда уҡыла торған доғалар

Саҙаҡа биргән кеше:

«Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим!
Раббәнә, тәҡаббәл миннә
Иннәкә әңтәс-сәмиғүл-ғәлиим».
Йә Раббым!Беҙҙән уны ҡабул ит!
Сөнки Һин Ишетеүсе һәм Белеүсеһең. Әмиин!

Фытыр саҙаҡаһын алыусы кеше:

«Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим!
Аллаһүммә тәҡаббәл фитратәһү
Үә сыйәмәһү, үәстәджиб доғаәһү,
Үәғфир ҙунүбәһү, үә әккид иимәәнәһү
Үә әкҫир әмүәәләһү, үә үәффиҡһүү
ғәләә хайри мәҡаасыйдиһ».
Йә, Аллаһым! (биреүсенең исеме,атаһының исеме әйтелә)
фитыр саҙаҡаһын үә ураҙаһын , доғаһын ҡабул ҡыл һәм гонаһтарын
ярлыҡа, һәм уның иманын ҡеүәтлә, малдарын арттыр һәм уны хәйерле маҡсаттарына ирештер.

Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты быйылғы фытыр, фидиә, зәҡәт күләмен билдәләне.

🧷2026 йылда зәҡәт түләү өсөн нисәб – 940 000 һум (алтын буйынса).

🧷Фытыр саҙаҡаһының минималь күләме – 250 һум. Ә зәҡәт түләй алырлыҡ мөмкинлеге булғандарға – 1 300 һум.

🧷Фидиә (һаулыҡҡа бәйле ураҙа тота алмағандар, был ғәмәлде башҡа ваҡытта үтәү мөмкинлеге булмағандар ошо саҙаҡаны түләй ала) күләме – ҡалдырылған һәр көн өсөн 400 һум. ( https://umma.ru/fitr-sadaqa-i-fidya)

Автор:
Читайте нас