«Атайсал» проекты Башҡортостан Башлығы башланғысы менән 2021 йылдың февралендә эшләй башланы. Республикабыҙ ауыл-ҡалаларында тыуып үҫкән күренекле шәхестәрҙең тыуған төйәген төҙөкләндереүе төп маҡсат итеп ҡуйыла.
«Беҙ уны үҙҙәренең бәләкәй Ватанына ярҙам итә алған һәм ярҙам итергә теләге булған хәстәрлекле кешеләрҙе берләштереү өсөн булдырҙыҡ. Беҙ проект беҙҙең бик күп яҡташтарыбыҙ күңелендә шаңдау табыр тип хатта күҙ алдына ла килтерә алманыҡ. Бөгөн «Атайсал» атай йортон ихлас яратҡан һәр кемде берләштерә. Тыуған Башҡортостаны хаҡына изге эштәр башҡарыусыларғабеҙгә, беҙгә алға барырға ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәтлебеҙ», — тип йомғаҡланы Радий Хәбиров проекттың тәүге биш йыллығын.