Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостан йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса өс лидер иҫәбенә инде

Башҡортостан йәштәр сәйәсәтен бойомға ашырыу буйынса тәүге тапҡыр илдең өс лидеры иҫәбенә инде. Бер йыл элек республикабыҙ бишенсе урында ине. Рейтинг һөҙөмтәләрен Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ иғлан итте. Лидерҙар исемлегендә шулай уҡ Татарстан, Красноярск крайы, Түбәнге Новгород өлкәһе һәм Мәскәү бар. Республика етәксеһе Радий Хәбиров йәштәр менән эшкә ҡарата үҙ фекерен белдерҙе.

Башҡортостан йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса өс лидер иҫәбенә инде
Башҡортостан йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса өс лидер иҫәбенә инде

«Республикала – миллиондан ашыу йәш кеше, беҙ улар үҙҙәрен күрһәтә алһын өсөн мөмкинлектәр булдырырға тырышабыҙ. Инфраструктураны үҫтерәбеҙ, йәштәр өсөн майҙансыҡтар асабыҙ. Илһөйәрлек тәрбиәһе менән шөғөлләнәбеҙ, ирекмәндәргә, студенттарға, йәш белгестәргә ярҙам итәбеҙ. Осрашыуҙар һәм ҙур саралар үткәрәбеҙ.

Беҙҙең йәштәр – иң яҡшыһы, мин был турала гел әйтә килдем. Улар менән эшләү – оло яуаплылыҡ. Әйткәндәй, быйыл республиканың йәштәр сәйәсәте 35 йыллығын билдәләй. Ошо өлкәгә ҡатнашы булғандарҙы ҡотлайым һәм рәхмәт белдерәм. Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡҡа юғары баһа өсөн рәхмәт», – тип билдәләне Башҡортостан етәксеһе.

 

Башинформ.

Автор:
Читайте нас