Дыуан районынан «Йәшлек» һәм «Дуванский вестник» гәзиттәренә яҙылыусы ноутбуклы булды, ҡар көрәү машинаһын Нуриман районынан «Толпар» журналы һәм «Красный ключ» гәзитенә яҙылыусы алды, туңдырғыс һандыҡ – Өфөнән «Аманат» журналына һәм «Һәнәк» журналына яҙылған ханымда, ә телевизорҙы баш ҡалабыҙҙан «Йәшлек» һәм «Яңы Балаҡатай» гәзиттәренең даими уҡыусыһы отто, робот-саң һурҙырғыс менән Ейәнсура районынан «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы һәм «Ейәнсура таңдары» гәзитенә яҙылыусы бүләкләнә.
Махсус бүләк – «Ҡарағай» шифаханаһына юллама Өфөнән «Йәшлек» һәм «Беҙҙең Ҡыйғы» гәзиттәренә яҙылған ханымға тапшырыла.
Башинформ.