Торошо:
Белгестәр ауыр хәлдә тип иҫәпләй. Сәбәбе - материалда. Һәйкәл суйындан ҡойолған һәм уның сифаты бик үк яҡшы түгел: 1960 йылдарҙа, һәйкәлде эшләгән осорҙа, бөтә төҫлө металдар йыһан программаһына йүнәлтелгән. Асырға ашығып, суйынға күп шлак ҡушып эшләгәндәр. Ҡайһы бер өлөштәре 1967 йылда күсереп алып килгән саҡта уҡ һынып төшкән, һуңынан уларҙы латунь ярҙамында иретеп йәбештергәндәр.
Эш барышы:
Реставраторҙар механик һәм химик алымдарын һаҡ ҡына ҡуллана. Һәйкәлдең йәшел төҫө бөтөрөлә, төп нөсхәһен ҡайтаралар. РФ Художество академияһы профессиональ йәһәттән ярҙам итә, Күҙәтеү советы контролдә тота.
Һәйкәлде 2027 йылдың көҙөнә - 60 йыллыҡ юбилейына урынына кире ҡуйырға ниәтләйҙәр.