Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Республика һулышы
6 Апрель , 09:27

Константин Климин — Башҡортостан сауҙа министрының беренсе урынбаҫары

Константин Климин Башҡортостан сауҙа һәм хеҙмәттәр министрының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Был турала республика етәксеһе Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә иғлан итте.

Константин Климин — Башҡортостан сауҙа министрының беренсе урынбаҫарыКонстантин Климин — Башҡортостан сауҙа министрының беренсе урынбаҫары
Константин Климин — Башҡортостан сауҙа министрының беренсе урынбаҫары

Бөгөнгә тиклем Константин Климин Рәсәйҙең Белоруссиялағы Сауҙа вәкиллеге ҡарамағында Башҡортостан вәкиле вазифаһын биләне.

Белоруссияла Климин үҙ эшен бик яҡшы башҡарҙы, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

«Бөгөн бойороҡҡа ҡул ҡуйылды. Уны Башҡортостан сауҙа һәм хеҙмәттәр министрының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләйбеҙ», — тине Радий Хәбиров һәм Константин Климинға яңы вазифала уңыштар теләне.

Автор:
Читайте нас