

Вологда өлкәһендә экология буйынса олимпиаданың йомғаҡлау этабы үтте, унда Башҡортостандан һигеҙ уҡыусы ҡатнашты. Республика Башлығы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, Өфөнән өс ҡыҙ — 2-се «Смарт» полилингваль гимназияһы уҡыусыһы Рилана Кәримова, 106-сы «Берҙәмлек» лицейы вәкиле Ғәлиә Әүәлбаева һәм 93-сө физика-математика лицейы уҡыусыһы София Салангина ошо олимпиаданың призеры булды.
«София менән беҙ таныш, былтыр ул климаттың үҙгәреүе мәсьәләләренә һәм экология проблемаларына арналған халыҡ-ара олимпиадала (IOCE) еңеү яуланы, – тип ғорурланып һөйләне Радий Хәбиров. – Уҡыусыларыбыҙ Татарстанда йәмғиәтте өйрәнеү фәне буйынса йомғаҡлау этабында ла яҡшы сығыш яһаны. Бында Рената Жданова (155-се лицей, Өфө), Мария Ворсина (7-се мәктәп, Өфө), Мария Калеева (3-сө гимназия, Өфө), Аделина Дәүләтбаева (3-сө гимназия, Өфө) һәм Эмилия Сәлимйәнова (6-сы мәктәп, Туймазы) призлы урын алды».
Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, уҡыусылар йәмғиәтте өйрәнеү фәненән олимпиадаға «Аврора» таланттарҙы үҫтереү үҙәгенең «Аврора. Осош» проекты сиктәрендә әҙерләнгән.
«Һәләтле балалар менән системалы һәм үтә мөһим эште мотлаҡ дауам итербеҙ. Тотош республикала йәш таланттарҙың яңы үрҙәргә өлгәшеү мөмкинлеге булыуы мөһим», — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.