

«Мәскәү электрон мәктәбе» – уҡытыусылар, уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн белем биреү процесын ябайлаштырыусы онлайн-сервис. Был тулы уҡыу-методик контентын үҙ эсенә алған сифатлы яңы платформа. Проект 2016 йылда булдырыла һәм эшләй башлай. Ә 2022 йылдан уны ил төбәктәрендә файҙаланалар.
«Мәскәү электрон мәктәбе» (МЭМ) ярҙамында уҡыусылар, электрон көндәлекте ҡулланып, баһаларҙы, дәрестәр теҙмәһен, өй эштәрен күрә, ҡаҙаныштарын үҙ портфолиоларына өҫтәй ала. Сервис шулай уҡ заманса белем биреү контентының киң йыйылмаһын, шул иҫәптән нәфис әҙәбиәтте үҙ эсенә алған электрон китапхананы, Берҙәм дәүләт имтиханына һәм Төп дәүләт имтиханына әҙерлек материалдарын, виртуаль лабораторияларҙы файҙаланыу мөмкинлеген бирә. Платформа ярҙамында ата-әсәләр балаларының уҡыуын онлайн режимда күҙәтә, дәрестәр теҙмәһен, каникулдар тураһында мәғлүмәтте күрә ала, шулай уҡ баланың мәктәптә булмауы тураһында хәбәр итергә һәм белешмәләр алырға, вакцинациялауға ризалыҡ бирергә мөмкин. Уҡытыусыларға был сервис уҡыу программаларының йөкмәткеһен планлаштырырға, электрон журнал алып барырға, уҡытыусыларға өй эштәрен еткерергә, дәрестәрҙә булмаусыларҙы билдәләргә, дистанцион дәрестәр үткәрергә ярҙам итә.
Сергей Кравцов билдәләүенсә, белем биреүҙәге яңы технологиялар уҡытыусының хеҙмәтен еңеләйтеүгә һәм мәғариф системаһының һөҙөмтәлелеген арттырыуға булышлыҡ итә. Быны «Мәскәү электрон мәктәбе» платформаһына күскән төбәктәрҙең мәғлүмәттәре раҫлай.
Олег Качанов, МЭМ ҡоралдары халыҡтың сифатлы белем алыу ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү мөмкинлеген бирә, тип өҫтәне.
Мәскәү мэры билдәләүенсә, «Мәскәү электрон мәктәбенә»нә бөтә Рәсәйҙән 10 миллиондан ашыу кеше ҡушылған. Ә 2027 йылдан был платформаны колледждарҙа ла индерәсәктәр.
Радий Хәбиров Сергей Собянинға проектта ҡатнашыу тәҡдиме өсөн рәхмәт белдерҙе һәм, был сервисҡа күсеп, республика ғәмәлдәге федераль системалар менән интеграцияланған һыналған комплекслы системаға эйә була, тип билдәләне.
– Башҡортостанда был платформаға күсеү – ярты миллиондан ашыу уҡыусыларыбыҙ һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн белем биреүҙең яңы сифатына тағы ла бер мөһим аҙым, – тине төбәк етәксеһе. – «Мәскәү электрон мәктәбе» сервистары Өфөнөң 10 дөйөм белем биреү ойошмаһында файҙаланыла ла инде, ә киләһе уҡыу йылынан проектта республиканың бөтә мәктәптәре лә ҡатнашасаҡ.
Журналистар менән әңгәмәлә Башҡортостан Башлығы мәғариф өлкәһендә заманса мәғлүмәт технологияларын ҡулланыуҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– «Мәскәү электрон мәктәбе» – яҡшы эшләнелгән һәм күп планлы платформа. Шуныһы мөһим: ул бөтә белем биреү стандарттары менән синхронлаштырылған. Икенсенән, ул Мәскәүҙә һәм бер нисә төбәктә тикшерелгән дә инде. Ул беҙгә нимә бирә? Иң элек уҡытыусыларға бюрократик йөкләмәне кәметеү, сөнки күп кенә процестар һанлаштырыла. Ул мәктәп уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн уңайлы. Бында өҫтәмә белем биреүгә яҙылыу, видеодәрестәр, электрон китапхана бар. Күҙ алдына килтерегеҙ: әгәр беҙ үҙебеҙ шундай һанлы системаны булдырыу эшенә тотонһаҡ, бының өсөн йөҙҙәрсә миллион һум һәм бик күп ваҡыт кәрәк булыр ине. Ә бында беҙ әҙер продукт алабыҙ, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. – Беҙҙең бурыс – 1 сентябргә системаға мәктәптәрҙең күпселек өлөшөн күсереү, ә 2026 йыл аҙағына тиклем барлыҡ дөйөм белем биреү учреждениелары ла был һанлы платформала эшләргә тейеш.
https://glavarb.ru/ba/news/event/bashortostanda-msk-elektron-mktbe-servistary-fayalanylasa/