Ашҡаҙар
+22 °С
Ясно

«Торатау» геопаркы - ЮНЕСКО-ның глобаль селтәренә инде

Башҡортостан Башлығына «Торатау» геопаркын ЮНЕСКО-ның глобаль селтәренә индереү тураһында сертификат тапшырҙылар. 4 майҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә төбәк етәксеһенә «Торатау» геопаркын ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар селтәренә индереү тураһында сертификат тапшырҙылар. Республика делегацияһы уны Парижда халыҡ-ара ойошманың Башҡарма советы сессияһында ҡабул итте.

«Торатау» геопаркы - ЮНЕСКО-ның глобаль селтәренә инде«Торатау» геопаркы - ЮНЕСКО-ның глобаль селтәренә инде
«Торатау» геопаркы - ЮНЕСКО-ның глобаль селтәренә инде

Башҡортостандың элек Советтар Союзына ингән дәүләттәр араһында ЮНЕСКО-ның Глобаль селтәренең бер юлы ике геопаркын, «Янғантау» һәм«Торатау» биләмәләрен, үҙ эсенә алған берҙән-бер республика булыуы иғтибарға лайыҡ. Шулай уҡ төбәктә ике «алтын ҡаҙаҡ» – «Усолка» и «Алыҫ Төлкәҫ» – урынлашҡан. Был киҫелештәр геологик осор сиктәрен билдәләүсе эталон булып тора. Ә Шүлгәнташ мәмерйәһенең ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәре ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелде.

Халыҡ-ара статус уникаль тәбиғәт объекттарын яҡлауҙы көсәйтә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы.

– Ҙур, етди еңеү. Был эш менән системалы шөғөлләнгәндәрҙең барыһына ла рәхмәт. Афариндар, – тине Радий Хәбиров. – Донъя кимәлендә танылыу ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки милли статусҡа халыҡ-ара яҡлау кимәле өҫтәлә. Был йүнәлештә системалы эште дауам итәсәкбеҙ.

Бынан тыш, халыҡ-ара ойошманың Башҡарма советы сессияһында Башҡортостан вәкилдәре ЮНЕСКО-ның Рәсәй геопарктар селтәрен булдырыу инициативаһы менән сығыш яһаны. Был республиканы геопарктар хәрәкәте компетенциялары үҙәге булараҡ танытыу мөмкинлеген бирәсәк.

 

https://glavarb.ru/ba/news/event/bashortostan-bashlyyna-toratau-geoparkyn-yunesko-ny-global-seltren-indere-turaynda-sertifikat-tapshyrylar/

 

Автор:
Читайте нас