

Башҡортостанда уҡыусылар араһында деструктив тәртипте профилактикалау өсөн яуап биргән мәктәп директорҙары урынбаҫарҙарына өҫтәмә түләү индерелде. Бында экстремизм, агрессия һәм үҫмерҙәр араһындағы башҡа хәүефле күренештәргә ҡаршы тороу тураһында һүҙ бара.
Премьер-министр Андрей Назаров ҡул ҡуйған республика хөкүмәте ҡарарына ярашлы, бындай педагогтарға ай һайын эш хаҡынан тыш 30 мең һум өҫтәмә аҡса түләнә. Уларҙың өҫтәмә йөкләмәһе бармы, юҡмы – мөһим түгел.
Яңылыҡ 1-се йәки 2-се хәүефһеҙлек категорияһына ҡараған мәктәптәргә генә ҡағыла. Әгәр ниндәйҙер сәбәптәр буйынса директор урынбаҫарын ваҡытлыса икенсе хеҙмәткәр алмаштырһа (йәки директор үҙе), эшләгән ваҡыт өсөн уға өҫтәмә аҡса түләнә.
Төп шарт: хеҙмәт хаҡы ошо өҫтәмәне иҫәпкә алмайынса МРОТ-тан түбән булырға тейеш түгел.
Ҡарар 2026 йылдың 1 мартында көсөнә инде.
Башинформ.