Ашҡаҙар
+17 °С
Облачно

Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы хоккей командаһы Крутов кубогын алды

1 июндә Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров Башҡортостан Сауҙа-сәнәғәт палатаһының хоккей командаһы вәкилдәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы хоккей командаһы Крутов кубогын алдыБашҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы хоккей командаһы Крутов кубогын алды
Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы хоккей командаһы Крутов кубогын алды

Май айында «Сириус» федераль биләмәһендә Башҡортостан Сауҙа-сәнәғәт палатаһының хоккей командаһы Төнгө хоккей лигаһының хәл иткес матчында, 2:0 иҫәбе менән еңеп, Крутов кубогына лайыҡ булды, тип хәбәр итте төбәк етәксеһе.

– Был еңеү Башҡортостанға тәүге тапҡыр Төнгө хоккей лигаһының төп призын алып килде. Беҙҙең өсөн айырыуса ваҡиға, – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Был һөҙөмтәләре өсөн республика Сауҙа-сәнәғәт палатаһының һәүәҫкәр хоккей командаһы баш тренеры Роберт Мурдускин, баш тренер ассистенты Евгений Коврацкий һәм команда капитаны Артур Хисаметдинов Башҡортостан Башлығының рәхмәт хаттары менән билдәләнде.

https://glavarb.ru/ba/news/event/bashortostandy-saua-snt-palatay-hokkey-komanday-krutov-kubogyna-layy-buldy/#photo

 

Автор:
Читайте нас