Ашҡаҙар
+15 °С
Облачно

Башҡортостанда «Йыл ҡаҙанышы» гранттары номинациялары раҫланды

Быйыл урындағы үҙидара органдары өсөн «Йыл ҡаҙанышы» грантында биш номинация: «Һаулыҡ һәм әүҙем йәшәү рәүеше», «Социаль үҫеш», «Тотороҡло иҡтисади үҫеш», «Хәүефһеҙ һәм уңайлы биләмә», «Мәғлүмәти асыҡлыҡ һәм халыҡ менән кире бәйләнеш». Республика етәксеһе Радий Хәбиров ошо туралағы ҡул ҡуйған. Документта шулай уҡ һәр номинация өсөн критерийҙар билдәләнгән.

Башҡортостанда «Йыл ҡаҙанышы» гранттары номинациялары раҫландыБашҡортостанда «Йыл ҡаҙанышы» гранттары номинациялары раҫланды
Башҡортостанда «Йыл ҡаҙанышы» гранттары номинациялары раҫланды

2020 йылдың октябрендә Радий Хәбиров конкурсты уҙғарыу тәртибен һәм иң яҡшы муниципалитеттарҙы билдәләү өсөн рейтинг төҙөү методикаһын билдәләгән указға ҡул ҡуйғайны. Бер муниципалитет өсөн грант күләме 5 миллион һум тәшкил итә. Еңеүселәр был аҡсаны биләмәләрҙе үҫтереү өсөн тотонорға мөмкин.

 

Башинформ.

Автор:
Читайте нас