

Башҡортостанда 2026 йылда мотлаҡ медицина страховкалау программаһы сиктәрендә экстракорпораль аталандырыуға квоталар һаны 2025 йыл менән сағыштырғанда 14,46% артҡан.
Республиканың хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған социаль-иҡтисади үҫеш йомғаҡтары тураһында ҡарарға ярашлы, быйыл иһә квоталар һаны 2842-гә еткән.
2025 йылға 2489 квота бүленгән.
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтындағы документҡа ярашлы, 5 июнгә ҡарата исемлектә торған 37 ҡатын-ҡыҙға квота хупланған, 283 ҡатын-ҡыҙ үҙ сиратын көтә.
Өс йыл эсендә Башҡортостанда ЭКО ярҙамында 1335 сабый донъяға килгән.