Ашҡаҙар
+15 °С
Облачно

Стәрлетамаҡ политехник колледжында капиталь ремонт тамамланды

Инвестицияларҙың дөйөм күләме – 116 миллион һумдан ашыу.

Стәрлетамаҡ политехник колледжында капиталь ремонт тамамландыСтәрлетамаҡ политехник колледжында капиталь ремонт тамамланды
Стәрлетамаҡ политехник колледжында капиталь ремонт тамамланды

Стәрлетамаҡ политехник колледжында ике иҫке корпусты яңыртыу эштәре тамамланды. Уҡыу йорттарына 1977 һәм 1982 йылдан алып капиталь ремонт үткәрелмәгән.

Эштәр «Йәштәр һәм балалар» милли проекты сиктәрендә башҡарылды. Бының өсөн 116 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде.

Башҡортостандың мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙғанса, биналарҙың ҡыйығы һәм фасады алмаштырылған – хәҙер ул йылытылған һәм металл панелдәр иҫәбенә заманса күренә. Эске яҡта электр үткәргестәр, йылытыу, һыу торбалары һәм канализация алмаштырылған. Яңы пластик тәҙрәләр ҡуйылған, бәҙрәфтәр тәртипкә килтерелгән. Эске биҙәкләү эштәре башҡарылған.

Аҙ мобилле студенттар өсөн пандустар урынлаштырылған. Бындай шарттарҙа студенттарға ла, уҡытыусыларға ла уҡыу һәм эшләү күпкә уңайлыраҡ.
Башҡортостан урта һөнәри белем биреү кластерҙары һаны буйынса лидерҙарҙың береһе булып тора.

 

Башинформ.

Автор:
Читайте нас