Ашҡаҙар
+14 °С
Дождь

«Урал батыр» эпосы тураһында ете ҡыҙыҡлы факт

Башҡортостан буйлап сәйәхәт иткәндә бик күп ҡыҙыҡлы атамалар ишетергә мөмкин. Мәҫәлән, Шүлгәнташ мәмерйәһе, Ямантау тауы, Ағиҙел йылғаһы... Уларҙың күбеһе башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыһы «Урал батыр» эпосы менән бәйле. Ошо боронғо риүәйәткә ҡағылышлы бер нисә факт.

«Урал батыр» эпосы тураһында  ете ҡыҙыҡлы факт«Урал батыр» эпосы тураһында  ете ҡыҙыҡлы факт
«Урал батыр» эпосы тураһында ете ҡыҙыҡлы факт

1. ХАЛЫҠ БӘХЕТЕ ӨСӨН КӨРӘШ
«Урал батыр» эпосының сюжеты төп геройҙың халыҡ бәхете хаҡына яуыз көстәр менән көрәш алып барыуына ҡоролған. Ул ерҙә тыныслыҡ һәм именлек хакимлыҡ итһен өсөн аждаһаларҙы һәм йыландарҙы еңә. Батыр үлемһеҙлек сығанағын эҙләй, ә тереһыуҙы тапҡас, уны тәбиғәткә бөркә. Эпос физик үлемһеҙлек мөмкин түгел, әммә изге эштәр кешене мәңгелек итә, тип раҫлай.
Шуныһы ҡыҙыҡ, башҡа боронғо риүәйәттәрҙән айырмалы рәүештә, башҡорт эпосы геройҙарының яҙмыштары аллаларҙың ихтыярына бәйләнмәгән: «Урал батыр»ҙа кеше үҙ юлын үҙе һайлай һәм төҙөй.

2. ҠОБАЙЫР ЖАНРЫНДАҒЫ ЭПОС
Асыҡ һауала үткән тамашаны күҙ алдына килтерегеҙ: халыҡ үҙенең кумирын һәм уның йырҙарын көтөп тын ҡалған. Моғайын, ҡасандыр башҡорт сәсәндәренең сығыштары ла шулай үткәндер. Йыраусы-импровизаторҙар ҡурай йәки думбыра моңо оҙатыуында ҡобайырҙар – тыуған ерҙе һәм батырҙарҙы данлаған йырҙар башҡарған. «Урал батыр» эпосы башҡорт халыҡ поэзияһының тап ошо боронғо жанрына ҡарай.
«Урал батыр»ҙағы ҡайһы бер образдар башҡа башҡорт эпостарында ла осрай. Мәҫәлән, «Заятүләк менән Һыуһылыу», «Ҡуңыр буға», «Алпамыша», «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу» һәм башҡаларҙа. Улар бөтәһе бергә башҡорт эпик риүәйәттәренең берҙәм циклын барлыҡҡа килтерә.

3. ЯҘМА ӨСӨН АТЫН БИРГӘН
Сәсәндәр быуаттар дауамында «Урал батыр»ҙы телдән-телгә тапшырған. Бары тик 1910 йылда фольклорсы Мөхәмәтша Буранғолов башҡорт батыры тураһындағы риүәйәтте ҡағыҙға күсергән. Ул ике сәсән – Ғәбит Арғынбаев менән Хәмит Әлмөхәмәтов башҡарыуындағы ҡобайырҙарҙы тыңлап, яҙып алған. Шундай легенда ла бар: фольклор йыйыусы эпосты ишетеп, шул тиклем тәьҫирләнгән, хатта сәсәндәргә атын бүләк итеп, үҙе йәйәү ҡайтып киткән. 1968 йылда «Урал батыр»ҙың ҡыҫҡартылған варианты «Ағиҙел» журналында баҫылып сыға.
Бөгөн «Урал батыр»ҙың оригинал тексының машинкала латин телендә баҫылған күсермәһе Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Ғилми архивында һаҡлана (унда ҡулдан индерелгән бер нисә төҙәтмә лә бар – бәлки, уларҙы Мөхәмәтша Буранғолов үҙе яһағандыр). Үкенескә ҡаршы, эпостың ҡулдан яҙып алынған нөсхәһе һаҡланмаған.

4. ЭПОСТЫҢ ТЫУҒАН ЕРЕ – УЧАЛЫ РАЙОНЫ
Эпоста телгә алынған географик объекттарҙың күбеһе Учалы районында урынлашҡан. Шуға күрә Учалыны «Урал батыр»ҙың тыуған ере тип атайҙар. 2014 йылда Йәнбикә һәм Йәнбирҙе йылғалары янында (геройҙың ата-әсәһенең исеме шулай булған) «Бында «Урал батыр» эпосы тыуған» тигән яҙыу менән стела ҡуйылды. Урындағы халыҡ раҫлауынса, тирә-яҡ тауҙарҙың береһенән ҡараһаң, батырҙың ташҡа әйләнгән йөҙ-һыҙаттарын, ә эргәһендә ҡылысын күрергә мөмкин.

5. БАШҠОРТ ЭПОСЫН БИК КҮП ТЕЛДӘРГӘ ТӘРЖЕМӘ ИТКӘНДӘР
Үҙенсәлекле булыуы арҡаһында «Урал батыр» эпосы бөтә донъя халҡына ҡыҙыҡлы. Йыл һайын тиерлек уны яңы телдәргә тәржемә итәләр. Мәҫәлән, былтыр «Урал батыр» тәүге тапҡыр ҡырғыҙ телендә нәшер ителде. Шулай уҡ башҡорт батырының ҡаһарманлыҡтары тураһында инглиз, немец, француз, төрөк, яҡут, абхаз, иврит, татар, сыуаш һәм башҡа күп телдәрҙә уҡырға мөмкин.

6. БАШҠОРТОСТАН МӨҒЖИЗӘҺЕ
«Урал батыр» эпосы «Баш- ҡортостандың ете мөғжизәһе»нең береһе булараҡ иғлан ителгән. Шулай уҡ ул ТӨРКСОЙ-ҙың (төрки мәҙәниәтте һаҡлау һәм үҫтереү өсөн булдырылған халыҡ-ара ойошма) матди булмаған мәҙәни мираҫ исемлегенә индерелгән. Шулай уҡ башҡорт эпосы ЮНЕСКО-ның «Кешелектең ауыҙ-тел һәм матди булмаған мәҙәни мираҫтары шедеврҙары» исемлегенә индереү өсөн кандидат булып тора.

7. «УРАЛ БАТЫР» – ЗАМАНСА ЙЫРҘАРҘА
Бөгөн Башҡортостандан сыҡҡан иң билдәле төркөм – «AY YOLA»ның тәүге альбомы тап «Урал батыр»ҙан илһам алып яҙылған. Альбомдағы 12 йырҙың һәр береһе эпос геройҙарына арналған. Мәҫәлән, «Һомай» йыры Ҡояштың ҡыҙы тураһында һөйләй. Эпоста Һомай Урал батырға яуызлыҡҡа ҡаршы көрәшергә ярҙам итә: уға алмас ҡылыс һәм ҡанатлы Аҡбуҙатты бүләк итә, Йәншишмәгә юлды күрһәтә.
Китап нәшерселәр әйтеүенсә, «AY YOLA»ның йырҙары сығыу менән «Урал батыр» китабына ҡыҙыҡһыныу бермә-бер артҡан.

 

Материалдар «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто акционерҙар йәмғиәте редакцияһы әҙерләне. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе axmetshina.v@rbsmi.ru адресы йәки (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.

 

Автор:
Читайте нас