

Документҡа ярашлы, Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе һәм уларҙың яҡындарын оҙатыуҙы ойошторған һәм координациялаған төп башҡарма орган буласаҡ. Ведомствоға ошо эш менән туранан-тура шөғөлләнеү өсөн ведомство ҡарамағындағы дәүләт учреждениеһын булдырыу бурысы йөкмәтелде.
Яңы структура башҡарма власть органдары, урындағы үҙидара, «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы, Республика менән идара итеү үҙәге, ситуация үҙәге, күп функциялы үҙәк һәм «Муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһы менән үҙ-ара эш итәсәк.
Шулай уҡ МХО-ла ҡатнашыусылар тураһында мәғлүмәттәр алыу өсөн Башҡортостандың хәрби комиссариаты менән мәғлүмәти үҙ-ара эш итеү ҡаралған.
Ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәрҙең барыһы ла берҙәм электрон реестрҙа теркәлеп, шулай уҡ уларҙың һорауҙарын ҡарау статустары һәм һөҙөмтәләре күҙәтеп барыласаҡ.
Указ ҡул ҡуйылған көндән көсөнә инә.