Ашҡаҙар
+15 °С
Дождь

Республикала «Ватан көсө» форумы сентябрҙә була

Башҡортостан Башлығының «Ватан көсө» форумын үткәреү тураһында указына тейешле үҙгәрештәр индерелде, бығаса ул майҙа үткәрелә ине.

Республикала «Ватан көсө» форумы сентябрҙә булаРеспубликала «Ватан көсө» форумы сентябрҙә була
Республикала «Ватан көсө» форумы сентябрҙә була

Форумды ойоштороу операторы итеп Республика халыҡ ижады үҙәге билдәләнде.

Бынан тыш, форумдың ойоштороу комитеты составы үҙгәрҙе. Уға Башҡортостан Башлығының Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы начальнигы Илмир Әһлиуллин, Башҡортостандың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов, Республика халыҡ ижады үҙәге директоры Салауат Кирәев, шулай уҡ «Башҡортостан Республикаһының Муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһы идараһы рәйесе вазифаһын башҡарыусы, Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов инде.

 

Автор:
Читайте нас