Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно

Башҡортостан журналистары медиафорумы башланды

Бөгөн Өфөлә V Башҡортостан Республикаһы киң мәғлүмәт сараларының төбәк-ара медиафорумы үтә. Уның темаһы - «Милли киң мәғлүмәт саралары — йәмғиәттә татыулыҡты һаҡлау ҡоралы».

Башҡортостан журналистары медиафорумы башландыБашҡортостан журналистары медиафорумы башланды
Башҡортостан журналистары медиафорумы башланды

Форум спикерҙары араһында — Рәсәй Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының Ваҡытлы матбуғатҡа һәм китап индустрияһына дәүләт ярҙамы департаменты директоры урынбаҫары Светлана Дзюбинская, Рәсәй Журналистар союзы секретары Роман Серебряный, ДХР Башлығының матбуғат секретары Алена Алексеева, ДХР-ҙың атҡаҙанған журналисы һәм хәрби хәбәрсеһе Александр Гриценко, Запорожье өлкәһе Журналистар союзы рәйесе Анна Москалец, медиаэксперт Андрей Афанасьев, Башҡортостан Республикаһының Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге директоры Марат Мәрҙәнов, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм журналистар Р. Әсәҙуллин һәм Р. Әхмәтшин, шулай ҡҡ «Диалог» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының MАХ-ты үҫтереү буйынса эксперты Радик Гәрәев ҡатнаша.

Ҡатнашыусыларҙы бер нисә тематик майҙансыҡта эш көтә. Форум Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты аҡсаһына үткәрелә.

"Башҡортостан" гәзите мәғлүмәттәре буйынса.

Автор:
Читайте нас