Ашҡаҙар
+15 °С
Облачно

Өфөлә БПЛА һөжүмен кире ҡаҡтылар

Башҡортостан Башлығы Өфө предприятиеларына дрондар һөжүм итеүе тураһында хәбәр итте. Бер пилотһыҙ аппараттың ҡалдыҡтары сәнәғәт зонаһына төшкән, заводтарға ла, кешеләргә лә зыян килмәне, тип билдәләне Радий Хәбиров.

Өфөлә БПЛА һөжүмен кире ҡаҡтыларӨфөлә БПЛА һөжүмен кире ҡаҡтылар
Өфөлә БПЛА һөжүмен кире ҡаҡтылар

«Өфөгә пилотһыҙ осҡостар һөжүм итте, Оборона министрлығы көстәре һәм предприятиеларҙың хәүефһеҙлек хеҙмәттәре уны кире ҡаҡты. Бер дрондың ҡалдыҡтары сәнәғәт зонаһына төшкән. Бөтә хеҙмәттәр ҙә урында, әлеге ваҡытта эҙемтәләр бөтөрөлә. Бер кем дә зыян күрмәне, технологик процесс боҙолманы – предприятиелар ғәҙәти режимда эшләй», – тип белдерҙе Хәбиров.

Автор:
Читайте нас