Ашҡаҙар
+13 °С
Облачно

Радий Хәбиров Фольклориадала ҡатнашыусы коллективтарға наградалар тапшырҙы

29 июндә оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика исеменән III Бөтә Рәсәй балалар Фольклориадаһында ҡатнашыусы ижади коллективтар етәкселәренә дәүләт наградалары тапшырҙы.

Радий Хәбиров Фольклориадала ҡатнашыусы коллективтарға наградалар тапшырҙыРадий Хәбиров Фольклориадала ҡатнашыусы коллективтарға наградалар тапшырҙы
Радий Хәбиров Фольклориадала ҡатнашыусы коллективтарға наградалар тапшырҙы

Уҙған аҙнала Өфөлә уҙған сарала меңдән ашыу бала ҡатнашты.

– Бөтә Рәсәй балалар Фольклориадаһы бик шәп үтте. Беҙгә иң һәләтле балалар килде, уларҙан ҙур энергия алдыҡ, – тине Радий Хәбиров. – Унда Рәсәй Президенты Хакимиәте Етәксеһе урынбаҫары Магомедсалам Магомедов ҡатнашты һәм сараны юғары баһаланы. Фестиваль кешеләрҙең тыуған тарихына һәм мәҙәниәтенә ынтылышының ни тиклем ҙур булыуын күрһәтте.

Башҡортостан Башлығының рәхмәт хаттарына Әҙеһәм Исҡужин исемендәге өлгөлө ҡурайсылар ансамбле етәксеһе Вәсил Баймырҙин, Өфө районы Шамонин ауылының «Дарман» өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе Роберт Хәмиҙуллин һәм Баҡалы районынан «Уралым» халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе Рөстәм Ханнанов лайыҡ булды.

https://glavarb.ru/ba/news/event/radiy-hbirov-respublikany-III-bt-rsy-balalar-folkloriadaynda-atnashyusy-izhadi-kollektivtary-etkselren-dlt-nagradalary-tapshyry/

 

Автор:
Читайте нас