Ашҡаҙар
+13 °С
Облачно

Радий Хәбиров яғыулыҡ ҡойоу станцияларының тотороҡло эшен тәьмин итергә ҡушты

29 июндә оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк автомобиль яғыулығы баҙарындағы хәлгә аңлатма бирҙе һәм, яғыулыҡ ҡойоу станцияларында хәл тотороҡло булһын өсөн, республика Хөкүмәтенә тейешле саралар күрергә ҡушты.

Радий Хәбиров яғыулыҡ ҡойоу станцияларының тотороҡло эшен тәьмин итергә ҡуштыРадий Хәбиров яғыулыҡ ҡойоу станцияларының тотороҡло эшен тәьмин итергә ҡушты
Радий Хәбиров яғыулыҡ ҡойоу станцияларының тотороҡло эшен тәьмин итергә ҡушты

Башҡортостандың нефть эшкәртеү заводтары яғыулыҡ етештереү күләмен арттырҙы, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе.

– Макроиҡтисади факторҙар, субъектив характерҙағы сәбәптәр булыуы аңлашыла. Беҙҙең предприятиелар ярайһы уҡ интенсив режимда эшләй. Шул уҡ ваҡытта логистика менән бәйле һорауҙар бар, – тине Радий Хәбиров. – Яғыулыҡ ҡойоу станциялары структураһы төрлө. Ҡайһы бер райондарҙа шәхси станциялар ғына бар. Уларҙың бәләкәйлеге һәм бензин һатып алыу мөмкинлектәре булмау сәбәпле, халыҡ яғыулыҡһыҙ ҡала. Барыһын да кешеләргә һәм шау-шыу тыуҙырған ихтыяжға япһарырға кәрәкмәй. Беҙ бензинды канистрҙарға ебәрмәҫкә тигән ваҡытлыса ҡарар ҡабул иттек. Шуға күрә мөһим бурыс – нормаль логистиканы ойоштороу.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итеүенсә, республика булышлығында «Башнефть» компанияһы менән муниципалитеттарҙа ваҡлап һатыусылар араһында яғыулыҡ һатып алыу тураһында килешеүҙәр төҙөлгән.

Вице-премьер – төбәктең сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев хәбәр итеүенсә, автозаправкалау станцияларын яғыулыҡ менән тотороҡло тәьмин итеү өсөн оператив штаб булдырылған. Нефть продукттары етештереү арттырылған планға ярашлы бара. Ә бензин заправкаларының эшен күҙәтеү сираттарҙың кәмеүен күрһәтә.

Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең Контроль идаралығына ҙур булмаған шәхси яғыулыҡ ҡойоу станцияларында һатылған яғыулыҡтың хаҡын анализларға ҡушты.

– Хаҡтарҙы ҡайҙа арттырыуҙарын ҡарарға кәрәк. Автозаправкалары булған бер нисә компания юл буйы сервисына дәүләт ярҙамы саралары ярҙамында үҫешә һәм улайтырға тейеш түгелдәр, – тип билдәләне төбәк етәксеһе.
https://glavarb.ru/ba/news/event/radiy-hbirov-bashortostan-hkmten-tbkte-yayuly-oyou-stanciyalaryny-totorolo-eshen-tmin-iterg-ushty/
Автор:
Читайте нас