Ашҡаҙар
+16 °С
Облачно

Башҡортостан Башлығы Салауатта МХО ветерандарына ярҙам итеү үҙәгендә булды

1 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Салауат ҡалаһына эш сәфәре барышында «Ватан геройҙары» хәрби хәрәкәт ветерандарына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтеү үҙәгендә булды. Ул быйыл июнь айында асылды.

Башҡортостан Башлығы Салауатта МХО ветерандарына ярҙам итеү үҙәгендә булдыБашҡортостан Башлығы Салауатта МХО ветерандарына ярҙам итеү үҙәгендә булды
Башҡортостан Башлығы Салауатта МХО ветерандарына ярҙам итеү үҙәгендә булды

«Газпром нефтехим Салауат» ярҙамы менән бинала 12 миллион һумға капиталь ремонт эштәре башҡарылған. Муниципаль бюджет иҫәбенә йыһаздар һәм ҡорамалдар һатып алынған. Үҙәктә «Ватанды һаҡлаусылар» махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү дәүләт фонды филиалы, МХО ветерандары ассоциацияһы, Дөйөм Рәсәй һәләк булған Ватанды һаҡлаусыларҙың ғаиләләре йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе урынлашҡан.

Радий Хәбиров конференциялар залын, психолог һәм юрист кабинеттарын, архивты, ял итеү бүлмәһен ҡараны. Бында махсус хәрби операция ветерандары Салауат ҡалаһының тарихи һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы белгестәре ярҙамында ойошторған музей ҙа эшләй. «Ватанды һаҡлаусылар» фондының социаль координаторы Сергей Данилов әйтеүенсә, бығаса улар ҡаланың мәғариф бүлегендә урынлашҡан булған.

«Хәҙер беҙҙә бер урында бер юлы өс ойошма, был махсус хәрби операция ветерандары һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн бик уңайлы, әлбиттә. Улар менән психологтар эшләй, конференциялар залында улар осрашыуҙар үткәрә ала. Үҙәккә хәрби хәрәкәттәр һәм башҡа локаль ҡораллы бәрелештәр ветерандары килә. Шулай уҡ инвалид ветерандар өсөн шарттар булдырылған. Республиканың барлыҡ ҡалаларында һәм райондарында ошондай үҙәктәр асыу буйынса ҡарарығыҙ өсөн рәхмәт белдерәбеҙ», – тип билдәләне Сергей Данилов.

Радий Хәбиров МХО һәләк булған яугирҙәрҙең әсәләре менән аралашты.

«Иң мөһиме, үҙегеҙгә бикләнеп ултырмайһығыҙ, һеҙҙең менән аралашыу яугирҙәребеҙ өсөн бик мөһим. Уларҙың проблемаларын башҡаларҙан яҡшыраҡ аңлайһығыҙ», – тине республика етәксеһе. Ә Башинформ хәбәрсеһе менән әңгәмәлә ул МХО ветерандары тураһында хәстәрлеге өсөн Салауат ҡалаһы халҡын маҡтап телгә алды.
— Был эште тиҙерәк башҡарыу зарур, афарин, салауаттар. Сөнки республикабыҙға 4 меңдән ашыу ир-егет ҡайтты, был һан арта бара. Шуға күрә уларҙы лайыҡлы шарттарҙа ҡабул итергә тейешбеҙ. Бындай үҙәктәр – бергә йыйылыу урыны: әсәләр ҙә, МХО ветерандары ассоциацияһы ла, Ватанды һаҡлаусылар фонды ла. Тотош республикала беҙ шулай эшләйбеҙ. Ләкин 150 000-гә яҡын кеше йәшәгән Салауат ҡалаһы өсөн бындай үҙәк айырыуса мөһим һәм кәрәктер тип уйлайым, – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
 
Башинформ
Автор:
Читайте нас