+13 °С
Облачно


«Бөгөнгә төп бурыс – Өфөнө тәьмин итеү, ял көндәре алдынан ихтыяж ҙур була. Шәмбе айырыуса туристар күп йөрөгән райондарға иғтибар бүләбеҙ. Шул иҫәптән Стәрлетамаҡ һәм Бөрө ҡалаларына. Йәкшәмбе кис көнө йәнә Өфө заправкаларына яғыулыҡ бирәбеҙ», — тине ул.
Өфөлә хәл тотороҡло, яйлап яҡшыра, тине министр урынбаҫары.
«Ике аҙна элек, ҡаланың 31 АЗС-ын тикшерә башлаған ваҡытта, 2 мең машина сиратта тора ине. Бөгөн иртәнге 10-ға 500-гә яҡын автомобиль булды. Әлегә хәл идеаль түгелдер, бәлки, ләкин ул яҡшыра, беҙ быны күрәбеҙ», — тине Олег Тыщенко.
Башинформ.