Ашҡаҙар
+24 °С
Ясно
Республика һулышы
7 Августа , 11:00

«Экопродукт» компанияһы производствоны үҫтереүгә 180 миллион һум инвестициялаған

Баймаҡтан «Экопродукт» компанияһы 2022 йылдан 2025 йылға тиклем производствоны үҫтереүгә 180 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлткән. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә предприятиеның генераль директоры Рим Хафизов хәбәр итте.

«Экопродукт» компанияһы производствоны үҫтереүгә 180 миллион һум инвестициялаған«Экопродукт» компанияһы производствоны үҫтереүгә 180 миллион һум инвестициялаған
«Экопродукт» компанияһы производствоны үҫтереүгә 180 миллион һум инвестициялаған

«Экопродукт» предприятиеһы 2018 йылдан эшләй һәм һөт сеймалын тәрән эшкәртеүҙә махсуслаша, айырыуса бейә һөтөнә һәм уның нигеҙендә етештерелгән продукцияға иғтибар бүлә. Предприятиела тәбиғи ҡымыҙ, ҡымыҙ продукты, аҡ май, ҡоро ҡымыҙ һәм киптерелгән бейә һөтө, косметика, шулай уҡ капсулаларҙа һәм таблеткаларҙа продукция сығарыла.

Баймаҡта етештереү майҙансығын заманса технологик линиялар менән йыһазландырғандар. Бында ҡымыҙ етештереү, һыйыр һөтөн эшкәртеү һәм сублимацион киптереү цехтары, предприятиеның лабораторияһы, төрөү участкаһы һәм полиэтилен шешәләр яһау линияһы эшләй.

Предприятие фәнни йүнәлеште лә әүҙем үҫтерә. Белгестәр Башҡорт дәүләт медицина университеты менән хеҙмәттәшлек итә, уҡыу йортонда реабилитация программаларында ҡымыҙ менән дауалауҙы ҡулланыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләгәндәр. Бынан тыш, «Экопродукт» Мәскәү дәүләт университетының микробиология кафедраһы менән берлектә компания һөт һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте өсөн Рәсәйҙә етештерелгән әсеткеләр булдырыу өҫтөндә эшләй. Был проект импортты алмаштырыуҙы үҫтереүгә һәм пробиотиктар етештереүҙе киңәйтеүгә йүнәлтелгән.

Предприятиела етештерелгән продукция «Һөт кухняһы», «Самокат» сервисы, «Башспирт» сауҙа селтәре, ресторандар һәм кафелар, шулай уҡ «Башҡортостан продукты» проекты сиктәрендә һатыуға сығарыла. Компания шулай уҡ Ҡаҙағстанға һәм Ҡырғыҙстанға тауарҙар оҙата.

Алдағы йылдарҙа «Экопродукт» етештереү базаһын киңәйтергә, сеймал эшкәртеү күләмен арттырырға, предприятиела әсеткеләр сығарыуҙы яйға һалырға һәм экспорт йүнәлешен нығытырға ниәтләй. Шулай уҡ предприятие ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү программаһы сиктәрендә хеҙмәткәрҙәр өсөн торлаҡ төҙөү проектын әҙерләй.

Радий Хәбиров «Экопродукт» компанияһына артабан үҫеш теләне, производствоның традицион йүнәлештәренә һәм инновацион эшләнмәләргә ярҙам итеүҙең мөһимлеген билдәләне.

 

Сайт Главы РБ.

Автор:
Читайте нас