

Башҡортостан Башлығы донъя аренаһында Рәсәйҙең иң әүҙем етәкселәре иҫәбенә инде. Рәсәй йәмәғәтселек менән бәйләнештәр ассоциацияһы президенты, «Минченко Консалтинг» президенты Евгений Минченко билдәләүенсә, Радий Хәбировтың икенсе урын алыуы республиканың тышҡы бәйләнештәрҙе эҙмә-эҙлекле киңәйтеүен һәм уларҙы иҡтисади үҫеш, инвестициялар йәлеп итеү һәм төбәк проекттарын үҫтереү ҡоралы булараҡ файҙаланыуын раҫлай, тип билдәләне. Төбәк сәнәғәт кооперацияһын, инвестиция хеҙмәттәшлеген, экспорт йүнәлештәрен һәм дуҫ дәүләттәр менән гуманитар бәйләнештәрҙе үҫтереү буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып бара.
«2026 йылда Башҡортостан Белоруссия, Абхазия, Үзбәкстан һәм Тажикстан менән хеҙмәттәшлекте әүҙем үҫтерә.
Бынан тыш, Башҡортостан Союз һәм Евразия көн тәртибенең байтаҡ өлөшөн үҙенең тирәһенә туплай. Халыҡ-ара бәйләнештәр практик яҫылыҡҡа күсә. Был Башҡортостандың Рәсәйҙең тышҡы иҡтисади сәйәсәтендә төп төбәк ҡатнашыусыларының береһе булараҡ позицияһын нығыта», – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды эксперт.
Башинформ.