Ашҡаҙар
+17 °С
Дождь
Республика һулышы
21 Августа , 11:00

Башҡортостанда тәүге тапҡыр дәүләт хеҙмәткәрҙәре Спартакиадаһы ойошторола

Ҡатнашыусылар алты спорт төрөндә үҙ көсөн һынай.

Башҡортостанда тәүге тапҡыр дәүләт хеҙмәткәрҙәре Спартакиадаһы ойошторолаБашҡортостанда тәүге тапҡыр дәүләт хеҙмәткәрҙәре Спартакиадаһы ойошторола
Башҡортостанда тәүге тапҡыр дәүләт хеҙмәткәрҙәре Спартакиадаһы ойошторола

22-23 августа Өфөлә I Бөтә Рәсәй дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең асыҡ спартакиадаһының төбәк этабы үткәрелә. Был хаҡта республика Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Ярыштарҙа Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский һәм Башҡортостан райондары командалары ҡатнаша. Улар алты спорт төрөндә ярыша: йөҙөү, шахмат, өҫтәл теннисы, еңел атлетика, 5х5 баскетболы һәм мини-футбол. Төбәк этабы йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың йыйылма командаһы төҙөләсәк, ул сентябрҙә Өфөлә Спартакиаданың төбәк-ара этабында республика исеменән сығыш яһаясаҡ.

Ярыштар «Рәсәй спорты» комплекслы дәүләт программаһы сиктәрендә Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәге һәм 5-се республика мәктәп-интернаты майҙансыҡтарында ойошторола.

 

Башинформ.

Автор:
Читайте нас