

Республика етәксеһе пилотһыҙ һауа суднолары ярҙамында террористик һөжүмдәрҙе кире ҡағыуҙа ҡулланылған техника һәм ҡорамалдар өлгөләре менән танышты.
– Предприятиеларҙы пассив һаҡлау үҙенең һөҙөмтәле булыуын күрһәтә, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Беҙ өҫтәп бер нисә ҡарар ҡабул иттек һәм күкте һаҡлау бурысы йөкмәтелгән «БАРС» отрядтарын көсәйттек. Был эште артабан да камиллаштырасаҡбыҙ.
Ултырышта республика етәксеһе пилотһыҙ осоу аппараттарына ҡаршы торған һәм террористик акттар эҙемтәләрен бөтөрөү менән шөғөлләнгән оператив хеҙмәттәр һәм ведомстволар белгестәренә Башҡортостан Башлығының рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Башҡортостан Башлығы дошман БПЛА-лары һөжүменең көсәйеүенә бәйле өҫтәмә хәүефһеҙлек сараларын ҡабул итеү кәрәклеген билдәләне.
– Һуңғы аҙнала дошман пилотһыҙ һауа суднолары ярҙамында бер нисә тапҡыр һөжүм итте. Республика биләмәһендә тәүге тапҡыр логистик үҙәк БПЛА-нан зыян күрҙе, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ алдан уҡ ошондай объекттарҙы һаҡлау буйынса саралар ҡабул иткәйнек.
Шуға ҡарамаҫтан, уларҙың хужалары менән бергә кешеләрҙең һәм производстволарҙың именлеген тәьмин итеү буйынса өҫтәмә саралар күрергә кәрәк.
Ултырышта шулай уҡ иҡтисадтың бер нисә тармағының эше һәм инфраструктура объекттарын теракттарҙан һаҡлау мәсьәләләре ҡаралды. Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса предприятиелар һәм ойошмалар етәкселәре өсөн тейешле тәҡдимдәр әҙерләнде.